-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 11:31

ИҢ ТӘҮҘӘ КЕМДӘРҘӘН БАШЛАЯСАҠТАР? БЫЛ ҺОРАУҒА ЯУАП БАРЫҺЫНА ЛА АҢЛАШЫЛА.

Донъяның иң көслө ғалимдары коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табыу менән шөғөлләнә. Әлеге мәлдә, был эш менән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 100-гә яҡын ғилми үҙәк шөғөлләнә.

Донъяның иң көслө ғалимдары коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табыу менән шөғөлләнә. Әлеге мәлдә, был эш менән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 100-гә яҡын ғилми үҙәк шөғөлләнә.
Рәсәй ғалимдары бер юлы вакцинаның туғыҙ төрө буйынса эшләй. Шуларҙың икәүһе клиник һынауҙар үтә башланы.
Рәсәй ғалимдары быйыл уҡ вакцинаның әҙер булыуына шикләнмәй. Препарат дәүләт һынауы үтеп, ҡабул ителгәндән һуң иң тәүге прививкалар кемдәргә эшләнәсәк? Ошо хаҡта Роспотребнадзор федераль хеҙмәте етәксеһе Ольга Попова: “Хәүеф төркөмөнән башлаясаҡтар”, – тип белдерҙе. Улар иҫәбенә, иң тәүге сирата – табиптарҙы, дауахана хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ карантин, үҙҡамау эштәрен ойоштороусылар инә, тип аңларға кәрәктер.
Ольга Попова шулай уҡ, препаратты бик күп етештергәндән һуң күпселек халыҡ вакцинация үтәсәк, тип билдәләгән. Ә РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, препаратты клиникаға тиклемге һынауҙар графикка ярашлы бара һәм июль аҙаҡтарына тиклем уның ҡабул ителеүе бик ихтимал, тип белдергән.
Бер нисә көн элек вице-премьер Татьяна Голикова ла, Рәсәйҙә вакцинаның биш төрө буйынса һынауҙар уңышлы бара, тип өмөтләндерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй ғалимдары яңы препарат уйлап табыу буйынса сит илдәге коллегаларынан күпкә алда бара, тип ҡыуандырҙы.
Читайте нас: