+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 11:45

УРАҘА БАЙРАМЫ. ОСРАШЫУҘАР СИР ТҮГЕЛ, ҺАУЛЫҠ КИЛТЕРҺЕН!

Быйыл мосолмандарҙың төп байрамы кешеләрҙе күпләп йыймаясаҡ һәм онлайн тәртиптә үтәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Диниә назараты етәкселәре менән осрашты һәм ошо хаҡта яҡтар уртаҡ фекергә килде.

Быйыл мосолмандарҙың төп байрамы кешеләрҙе күпләп йыймаясаҡ һәм онлайн тәртиптә үтәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Диниә назараты етәкселәре менән осрашты һәм ошо хаҡта яҡтар уртаҡ фекергә килде. Сөнки кешеләрҙең күпләп йыйылыуы сир йоҡтороуына килтереүе ихтимал. Радий Хәбиров: “Беҙ күбеһен күрше төбәктәр менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Бына бер миҫал: алда беҙҙе Ураҙа байрамы көтә. Бында һәр яҡлап үлсәнгән ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Беҙ Татарстандағы коллегаларыбыҙ менән кәңәшләштек һәм бер үк йүнәлештә эш алып барырға, кешеләрҙе бер-береһенә сир йоҡтороуҙан мөмкин тиклем һаҡларға, тигән ҡарар ҡабул иттек”
Читайте нас: