+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 20:16

ЮҒАРЫ ӘҘЕРЛЕК ТӘРТИБЕНӘ ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕЛДЕ.

Карантин тәртибе аҙна һайын, тип әйтерлек үҙгәреп тора. Быға ғәжәпләнергә түгел. Сөнки заман үҙе көн һайын яңынан-яңы талаптар ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Башлығының Йоғошло сир таралыуға бәйле юғары әҙерлек тәртибе хаҡындағы Указына индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырабыҙ.

Карантин тәртибе аҙна һайын, тип әйтерлек үҙгәреп тора. Быға ғәжәпләнергә түгел. Сөнки заман үҙе көн һайын яңынан-яңы талаптар ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Башлығының Йоғошло сир таралыуға бәйле юғары әҙерлек тәртибе хаҡындағы Указына индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырабыҙ.
Быға тиклем, мәҫәлән, 65 йәштән өлкән хроник сирҙәре булғандарға өйҙән сығырға ла рөхсәт ителмәй ине. Хәҙер улар ҡала ситендәге дачаһына һәм баҡсаһына бара ала. Тик уларҙың кеҫәһендә паспорттары һәм милек тураһында документтары булырға тейеш. Күпселек өлкән йәштәгеләр бындай үҙгәрештәрҙе ыңғай ҡабул итте. Шулай уҡ 65 йәштән өлкән эшләүсе пенсионерҙарға, улар эш урынында мотлаҡ кәрәк булһа, үҙҡамау тәртибен һаҡлауҙары мотлаҡ түгел. Ҡалған 65 йәштән өлкәндәр үҙҙәренең вазифаларын ситтән тороп башҡаралар. Яңы ғына тикшереү үткән вахтанан ҡайтыусыларға үҙҡамауҙың иң ҡаты тәрибен һаҡларға тура киләсәк. Был айырыуса Чаянда газ ятҡылығынан Башҡортостанға ялға ҡайтҡан 2000-дән ашыу хеҙмәткәргә айырыуса ныҡ ҡағыла.
Төҙәтмәләр битлек һәм бирсәткә кейеүгә аныҡлыҡ индерә. Бирсәткәләр, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, банктарҙа, кеше күп йыйылған урында, йәмәғәт транспортында һәм таксиҙа мотлаҡ. Битлеккә килгәндә, өйҙән сыҡҡандан һуң уны кейеү һәр кем өсөн кәрәк иҫәпләнә. Өфө вокзалдарына башҡа төбәктәрҙән, айырыуса, Мәскәүҙән килгәндәр өсөн температура үлсәтеү һәм коронавирусҡа анализ биреү талап ителә. Мәскәүҙән, сит илдәрҙән килгән кешеләр өсөн ике аҙна үҙҡамау үтеү тәртибе һаҡлана.
Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб спорт-күнекмә залдарына эшләргә рөхсәт итә ала. Уға ярашлы, спорт залдары, фитнес-үҙәктәр, бассейндар эшләй башлауы ихтимал.
Читайте нас: