Әле тәүгеһенән ҡотолоп бөтмәнек, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың икенсе тулҡынын ҡабул итергә әҙерләнә. Уның ошо көҙ урталарында килеүе бик ихтимал. Беҙҙең бәхеткә, эпидемияның икенсе сираты тәүгеһенән йомшағыраҡ буласаҡ һәм бик тиҙ ауыҙлыҡланасаҡ. Сөнки бөтә донъяла ҙур тәжрибә тупланды һәм дарыуҙар ҙа һыналды.