Мосолмандарҙың быйылғы байрамы ил тарихында иң ҡатмарлы һәм хәл иткес көндәргә тура килде. Республика етәкселеге мосолман өммәһенең әлеге ҡатмарлы һынауҙы аңлап, түҙемлелек менән ҡабул итеүҙәрен юғары баһаланы. Республика халҡының һаулығы, киләсәге хаҡына мосолмандар республикабыҙҙың башҡа халыҡтары менән бергә был көндәрҙәге һынауҙарҙы түҙемле үткәрҙе.