Йоғошло сир әлегә Латин Америкаһында яңы биләмәләр үҙләштерә. Бразилияла ғына бер нисә тиҫтә мең сирле хаҡында хәбәр итәләр. Властар ҙур ауырлыҡ менән һаулыҡ һаҡлауҙы яйға һалырға тырыша.
Ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла 5244000-дән ашыу сирле теркәлгән, 2760000-дән ашыуы –һауығып сыҡҡан, ә 238 мең – вафат булған.
Рәсәйҙә йоғошло сир диагнозы менән 335 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Шуларҙың 107 меңдән ашыуы һауығып сыҡҡан. Ә бына 3388 сирле вафат булған.
Беҙҙең Башҡортостанға килгәндә, теркәлгән 2602 сирле араһынан 783 пациент – дауаханала. Уларҙың 35-е ауыр хәлдә, 8 сирлегә үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты тоташтырылған. Апрель-май айында 18 сирле вафат булған. 969 сирленең һаулығына ҡурҡыныс янамай, улар өйҙәрендә дауалана.