-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2020, 17:00

“ТӘБИҒӘТТЕҢ КӘЛӘШ КЕНӘ САҒЫ / УЙНАП ТОРҒАН САҒЫ ХИСТӘРҘЕҢ”.

Уйнап торған сағы хистәрҙең... Рафаэль Сафин тәбиғәткә ана ниндәй матур баһа бирә. Йәйҙең тәүге көндәре, үләндәрҙең, сәскәләрҙең, япраҡтарҙың ыуыҙ ғына сағы. Халыҡ тәбиғәткә, һыу буйҙарына ашыға. Йонсотҡос еүеш ҡыштан, унан да ҡурҡынысыраҡ йоғошло сирҙән миктәгән халыҡ карантин тураһында онотоп, саф һауаға, тәбиғәт ҡосағына ынтыла.

Күңелле, рәхәт. Кеше шулай уяулығын юғалта. Ҡыш буйы янғандарҙы, туңғандарҙы һанағайныҡ. Улар өсөн ҡайғырыуыбыҙ беҙҙе һәр көн оҙатып йөрөйәсәк.
Әле лә хәүеф-хәтәр аңдып тора беҙҙе. Үлем сығанағы – ике урында: алабармандар һыуға батасаҡ, өлкәндәр иғтибарынан ситтә ҡалған балалар өҫтән ҡолаясаҡ.
Әй, Хоҙайым, яҡындарыңды юғалтыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы-хәсрәт бармы икән? Балалар бәләгә тарымаһын, кешеләр һыуҙа батмаһын өсөн ниндәй иҫкәртеү, һаҡлау саралары күрергә? Уҡығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы ла киҫәтегеҙ! Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: