Салауат ҡалаһы элек экологик хәле менән билдәле булһа, хәҙер ете йәшлек “Маугли” менән тарихта урын биләүе бик ихтимал. Ҡаланың яуаплы хеҙмәткәрҙәре малайҙы эскеселек менән мауыҡҡан әсәһенән ҡотҡарыуҙары тураһында бик ентекләп һәм биҙәп һөйләйәсәктәр. Сөнки һөйләшә белмәгән малай хәҙер, заманса әйтһәк, социаль яуаплылығы түбән кимәлдәге һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгән әсәһе менән ысын джунглиҙағы һымаҡ йәшәгән.
Бында йәшәү шарттары түгел, хатта электр уты менән газ да юҡ. Кейенә лә белмәгән, ҡалаҡ-сәнске ярҙамында түгел, ә ҡулдары менән ашаған малайҙы әлегә социаль приютҡа урынлаштырғандар. Урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре малайҙың яҙмышын, йәғни, хәҙерге социаль-көнкүреш, коммуникатив шарттарға яраҡлашыуын, контролгә алған һәм беренсе, хәл иткес еңеүгә өлгәшкән. Суд малайҙың әсәһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм алимент түләтеү хаҡында ҡарар ҡабул иткән. Ә бына урындағы чиновниктар малай иҫәптә тормаған ете йыл хаҡында оноторға һәм иғтибарҙы был “ваҡ-төйәккә” йүнәлтмәҫкә тырышасаҡ. Ысынлап та, был баланың яҙмышы йылдар буйы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманымы икән ни?