ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
– Павлик Морозов? Кем ул Павлик Морозов?
– Һине Павлик Морозов ҡыҙыҡһындыра инде? – тип көлдө директор. – Герой-пионерҙар хаҡында ишеткәнең бармы?
Малайҙың көсөргәнешле уйлағаны тойолдо. Кемдәр һуң әле ул герой-пионерҙар, батыр пионерҙар?
– Ярай, Ринат, һиңә лекция уҡып тормайым, китапхананан һора, бәлки табырҙар. Күпме генә тырышһам да, һинән Павлик Морозов яһап булмаҫ инде.
Эш былай ғына үтмәне. Класс етәксеһе, Фәүзиә апай, Ринатты, үҙе етәкләп, урындағы амбулатор дауаханаға педиатрға алып барҙы.
– Бик әрһеҙ, аҡыллы малайға оҡшаған Ринат, – тип ҡаршыланы уны педиатр. Ентекләп ҡараны. Ул һораған күнекмәләрҙе егет еренә еткереп, теүәл башҡарҙы. Ринат ошонда, үҙе лә һиҙмәҫтән, алданы, дөрөҫөрәге, ялғанларға тырышты, ләкин килеп сыҡманы. Педиатр ҡулдарынан тотоп, матур ғына итеп һыйпап:
– Ринат, әйт әле дөрөҫөн, йоҡлағанда аҫтыңды еүешләйһеңме? – тип һораны.
– Юҡ, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Малай башын эйҙе. Ул ошо аҙнала, үҙе лә һиҙмәҫтән, ауылса әйтһәк, бер нисә тапҡыр “балыҡ тотто”.
Беҙҙең бурыс – был физиологик етешһеҙлектең нигеҙен, йәки сәбәптәрен асыҡлау түгел. Балалар араһында ул, һирәкләп булһа ла, осрап тора. Күбеһе бер сәбәпһеҙ, икеселәре – ҡасандыр нимәнәндер ҡурҡҡан, йәки тетрәнеү кисергән. Был кәмселеккә дусар булған бала үҙен башҡалар алдында уңайһыҙ тоя. Сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, еҫ кәртә белмәй. Беҙҙә сос танаулылар етерлек, әллә ҡайҙа үтеп инә.
Ринат әле белмәй, был – ҡурҡыу ғәләмәте, туҡмалыу һөҙөмтәһе – уны бик оҙаҡ эҙәрлекләйәсәк, уңайһыҙлыҡтар кисерергә мәжбүр итәсәк. Ләкин ул ныҡ, атаһынан туҡмалыуҙы оноторға тырыша, күңеле менән уға үпкәләй, ләкин ғәфү итерлек сәбәптәр ҙә бар. Ул бит – атай.
Бер нисә көндән мәктәпкә участковый килде. Директор уға Ринат хаҡында һөйләне һәм иҫкәртеү сараһы итеп, өйҙәренә, бер тапҡыр булһа ла, һуғылып китеүен һораны. Участковый оҙаҡ көттөрмәне. Бер нисә көндән, кискә ҡарай, Ринат йәшәгән йортҡа килеп тә инде. Әмәлгә ҡалғандай, көн дә иҫерек йөрөгән атаһы бөгөн ап-айныҡ, ҡайҙандыр тауыҡ эләктергән, картуф әрсеп, ашарға бешереп йөрөй. Ринат та эшһеҙ түгел, ул, тырышып-тырышып, иҙән йыуа. Өйҙә йылы, һурпа еҫе килә.
– Эштәр нисек, Хәмит абзый? – тине полицейский. Малайҙар үҫәме?
– Эштәр һәйбәт, участковый ағай, – тип өлтөрәп китте, ултырғыс табып килтерҙе атаһы.
Ошондай социаль яуаплылығы түбән, тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙе тикшереүҙе яуаплы иптәштәр нимәнән башлай, беләһегеҙме? Һыуытҡыстан. Ни өсөн һыуытҡыстан? Һыуытҡыс, ҙурмы, бәләкәйме, мөһим түгел. Иң мөһиме, һыуытҡыс булырға һәм уның эсе тулы аҙыҡ-түлек ятырға тейеш. Участковый бөгөн шул ҡағиҙәне боҙҙо – түңәрәк тауыҡ түшкәһе һәм һурпа еҫе уның уяулығын юғалтырға мәжбүр итте. Бәлки түшкә быйыл беренсе тапҡыр был йортҡа осраҡлы ғына килеп эләккәндер. Аҙаҡ участковый, ошо ғаилә хаҡында һүҙ сыҡһа, уларҙың донъяһы ныҡ, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ, тип яуап тотасаҡ.
Шулай ҙа, власть вәкиле үҙе өсөн бер нисә һорауға яуап ишетеүҙе кәрәк, тип тапты.
– Малайың нисек уҡый, Хәмит ағай?
– Нисек уҡыһын? Минең малай – отличник! Килтер әле грамоталарыңды.
Тегеһе төҫлө ҡағыҙҙарға еңелсә күҙ һирпеп алды:
– Малайыңды туҡмамайҙармы, рәнйетмәйҙәрме?
– Рәнйетеп ҡараһындар, ул бит – отличник!
Участковый тәрәнерәк төштө:
– Ә үҙең ҡул күтәрмәйһеңме, маңлайына сиртмәйһеңме? Мөйөшкә баҫтырмайһыңмы?
Аһ, был тәрән ҡаҙа бит! Ошаҡлағандар! Ну, беҙҙең халыҡ! Кем тиште икән? Моғайын, теге Әнүрҙер, директор. Ул хатта тотлоҡто:
– А-ана тора үҙе, һорағыҙ. У-улым, әйт мин һиңә тейгәнем бармы?
– Юҡ, атай, тейгәнең юҡ, – тине тегеһе битараф ҡына.
– Үҙем күреп торам, тырналған урындары бар, күҙенең күге китмәгән әле. Кем тейҙе?
– Ошонда, малай-шалай менән. Һиҙҙем шул, бер көн танауын ҡанатып ҡайтты.
– Ярай, – тине участковый, – разберёмся. Кәрәк булһа, асыҡларбыҙ.
– Ҡурҡытма, иптәш, кем, участковый. Ҡурҡытма. Законды беләбеҙ. Ана, миндә – икәү. Береһе – инвалид, дүрт аяҡлап йөрөй. Шуларҙы кем ҡарай, тиһең? Ана, бисә ята, бер йыл була инде. Саҡ йөрөй. Бальнисҡа һалмайҙар.
– Ярай, аңлашылды. Былай өйөгөҙ йылы, ашарығыҙға бар, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, – тип участковый сығып китте.
Ашап ултырғанда ла Хәмит әйтмәй ҡалманы:
– Бер-ике һуҡҡан, тип, улым, һөйләнеп йөрөмә инде. Һеҙҙең өсөн тырышам. Булған да, бөткән. Хәҙер ҡалмаҫтар инде.
Әлегә ҡалдылар. Аталары айныҡ, ҡайҙалыр тоғро ғына эшләп йөрөнө. Бер тапҡыр мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына барҙы, үҙҙәренә бәләкәстәр концерт күрһәтте.
– Бында ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа йыйылған.
– Улар Яусапҡанға баралар!
– Сәскәләр араһында уйнайҙар, бал ҡорттары менән һөйләшәләр, шунда кискә ҡалалар...
Ринаттың атаһы ғорурланып, хатта кәперәйеп, ултырҙы. Кем сыҡһа, уның улын маҡтай. Будто, Ринаттан башҡа уҡыусы юҡ инде. “Иң яҡшы атайға” тип, хатта маҡтау ҡағыҙы тотторҙолар. Уныһын да сығып алды. Класс етәксеһе ғаиләнең хәлен, һыуытҡыстың мәңге буш икәнлеген белһә лә:
– Хәмит ағай, һөйләгеҙ әле, Ринат нисек дәрес әҙерләй, нисек һәйбәт уҡый ул?– тип һораны.
Күпселек ғаиләнең хәлен яҡшы белә, шуға, көнләшептер бәлки, бер-береһенә мәғәнәле ҡарашып, аҫтыртын йылмайыштылар. Айныҡ көнө һирәк ирҙең улын тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе, ай-һай, бик шикле.
– Уҡый инде, уҡый, – тине ул һүҙ таба алмай. – Эшен дә эшләй, әбейҙәргә ҡар көрәй. Беҙҙең ни, башҡа килер урын юҡ. Беләһегеҙ, ҡатыным – ята, үҙем – төрлө эштә. Мин үҙем дә мәктәптә яҡшы уҡыным, – тип көс-хәл менән һөйләп ултырҙы.
Күптәр Ринаттың моңһоу һәм һағышлы йөҙөнә иғтибар итте. Күңелендә ниндәйҙер уңалмаҫ яра, хәсрәт ятҡан һымаҡ. Моңһоу йөҙлө баланан да аяныслыраҡ күренеш бармы икән был донъяла? Шулай ҙа, күпселек малайға һоҡланып ҡараны. Баяғы, көл араһынан шытып сыҡҡан гөл һымаҡ, уның да мул тормошҡа, бәхеткә хоҡуғы бар. Ләкин уларҙың береһе лә юҡ, шуға күрә малай бар көсөн һалып, аҙмы-күпме етеш тормош өсөн көрәшергә, үҙен төрлө һынауҙарға дусар итергә мәжбүр.
Ә Маратты әрләнеләр. Баҡ тиһәң, мәктәптә Мараттан тәкәббер, һауалы уҡыусы юҡ икән. Хәҙерҙән үк байлыҡ менән маҡтана. Ҡулында һәр ваҡыт ҡыҙыллы-зәңгәрле аҡса. Марат хаҡында һүҙ сығыу менән, әсәһе, текә кейенгән ханым, ауыҙы – тултырылған көршәк һымаҡ алтын, һәр бармағында икешәр-өсәр йөҙөк, һикереп килеп торҙо ла:
– Мин һеҙгә аптырайым. Берәүҙе – үлтереп, маҡтайһығыҙ, минең улымды эштән сығарып, яманлайһығыҙ. Тимәк, һеҙ берәүҙе уҡытаһығыҙ, уға 100 процент иғтибар. Ә минең улыма тыуған көнөнә тотторған биш меңлекте лә күп күрәһегеҙ. Ни эшләп бар ғәйепте минең улымдан эҙләйһегеҙ? Эйе, аталары магазин тота бер нисәне, эштәре гөрләп бара, шуның ҡоһорон ҡайтармаҡ булаһығыҙмы? Юҡ, килеп сыҡмаҫ! Баянан бирле үтем ҡайнап ултырам, бер алкашты күккә күтәреп, маҡтайһығыҙ. Бер айныҡ сағын күргәнегеҙ бармы? Бөгөн нисек бында килеп эләккән ул? Ужас! Ошо ла булдымы мәктәп? Күҙегеҙҙе асыбыраҡ ҡарағыҙ! Ниңә кеше айыраһығыҙ, яңы йылға нисә кило кәнфит, нисә кило печенье бирҙек? Оноттоғоҙмо? Ашап бөттөгөҙмө? Бынан бире, минең баламды әрләп, уның йөҙөн йыртып һәм һуңынан, шул кәрәк, был кәрәк, тип һоранып йөрөмәгеҙ! Етте һеҙгә!
Ханым, һөйләгән сағында самаһыҙ үҫтерелгән керпектәре асылып-йомолған һайын, тыңлаусыларға ауыр һүҙҙәр генә түгел, бысраҡ һипкән һымаҡ та тойолдо. Ҡулдарын болғап, алтын йөҙөктәрен күрһәтеп бөткәндән һуң, бында миңә эш бөттө, тигән ҡиәфәт менән беҙ үксәле итеген тыҡылдата баҫып, яңы ғына түшәлгән линолеумда тишектәр ҡалдырып, сығып китте, һәм ишекте стеналар һелкенерлек итеп ябыуынан түшәмдәге яҡтыртҡыстар ҡуҙғалып тороп ҡалды.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
1-1 1-2 1-3 1-4 1-5 1-6 1-7 1-8 1-9 1-10 1-11 1-12
2-1 2-2 2-3 2-4 2-5 2-6 2-7 2-8 2-9 2-10