+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 12:46

БЕҘ БАРЫБЫҘ ҘА ШҮЛГӘНТАШТАН СЫҠҠАНБЫҘ.

Мамонттар, ҡылыс тешле юлбарыҫтар ҡасандыр ошонда йүгерешеп йөрөгән, хәҙер уларҙың береһе лә юҡ, ә беҙ – бар. Етмәһә, гөрләтеп, еренә еткереп, музей, тарихи-мәҙәни комплекс төҙөйбөҙ. Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров килде һәм төҙөлөш барышы менән танышты.

Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төҙөлөш барышы менән ентекләп таныштырҙы. Планлаштырылғандарҙың күбеһе эшләнгән һәм был яҡтың туристар өсөн халыҡ-ара үҙәккә әйләнеүе бик ихтимал. Республика Башлығы күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм төҙөлөш эштәрен быйыл тамамларға тәҡдим итте.
Читайте нас: