+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 12:40

ЭПИДЕМИЯ КОНСТИТУЦИЯҒА УҢАЙЛЫ МЕДИЦИНА ЗАРУРЛЫҒЫ ХАҠЫНДАҒЫ ТӨҘӘТМӘНЕ ИНДЕРӘ.

Бөгөн был талап айырыуса мөһим яңғырай. Рәсәй генә түгел, донъяның барлыҡ ҡеүәтле илдәре үҙҙәренең граждандарының ғүмерен коронавирус һымаҡ йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәштә һаҡларға бурыслы. Хәҙер хәлдәр бик тиҙ үҙгәрә.

Мәҫәлән, март айында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Конституцияға Рәсәй халҡын уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү хаҡындағы төҙәтмәләрҙе хуплауын шик менән ҡабул итеүселәр ҙә табылғайны. Конституцияға төҙәтмәләр бөгөн ғәмәлдә тормошҡа ашырыла. Үҙебеҙ шаһит булдыҡ, Рәсәй йоғошло сир менән көрәштә үҙен лайыҡлы һәм ныҡлы үҫешкән дәүләттәр кимәлендә күрһәтте, һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Ике ай эсендә Рәсәйҙең егермеләп ҡалаһында йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш буйынса береһенән-береһе ҙурыраҡ дауаханалар сафҡа инде.
Читайте нас: