Үкенескә ҡаршы, хәҙер айҙар буйы планлаштырып, йылдар буйы төҙөргә ваҡыт юҡ. Йоғошло сир барыбыҙға ла янай. Өфөнөң иҫке биҫтәһендә – Запотоцкий урамында – урынлашҡан 4-се Йоғошло сирҙәр дауаханаһы бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Коронавирус һымаҡ сирҙәр янағанда тиҙ һәм сифатлы эшләргә тура килә. Бында дауалау өсөн хәҙер бөтә шарттар ҙа бар.