+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 12:43

ИСЕМЛЕККӘ ЭЛӘГЕҮ ҺӘМ КАРАНТИН ҺЕҘГӘ КӘРӘКМЕ?

Карантин, үҙҡамау тәртибе һаман да дауам итә. Битлек һәм бирсәткә кейеү барыбыҙҙан да даими талап ителә.Үткән тәүлектә республикала йоғошло сир менән 89 кеше теркәлгән. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан сирләүселәр һаны буйынса – 16 урында. Бөгөн дауаханаларҙа һәм өйҙәрендә 2772 кеше сир менән көрәшә.

Карантин, үҙҡамау тәртибе һаман да дауам итә. Битлек һәм бирсәткә кейеү барыбыҙҙан да даими талап ителә.
Үткән тәүлектә республикала йоғошло сир менән 89 кеше теркәлгән. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан сирләүселәр һаны буйынса – 16 урында. Бөгөн дауаханаларҙа һәм өйҙәрендә 2772 кеше сир менән көрәшә. Үкенескә ҡаршы, сирләүселәр һаны ҡырҙа эшләп ҡайтыусылар иҫәбенә лә арта бара. Шулай ҙа, беҙҙә хәлдәр аҙмы-күпме ҡәнәғәтләнерлек иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта, Мәскәү ҡалаһында, Санкт-Петербургта, Мәскәү, Түбәнге Новгород өлкәләрендә һәм Дағстанда хәлдәр бик ҡатмарлы. Европаның ҡайһы бер илдәре йәй башынан туристик миҙгелде асырға йыйына. Ҙур ташламалар менән юлламалар һатыу хаҡында мәғлүмәттәр күренә башланы. Рәсәй Хөкүмәте сәйәхәт итеү маҡсаты менән сит илгә сығырға ҡабаланмаҫҡа кәңәш бирә. Юғиһә, ҡайтҡандар карантинға эләгеүе бик ихтимал. Мәҫәлән,сит илдә булған кешегә ике аҙналыҡ карантин тәртибен үҙ иҫәбенә үтергә тура киләсәк. Ә был һеҙгә кәрәкме?
Ғалимдар, Башҡортостанда сирлеләр һаны иң юғары иҫәбенә етте һәм 3 июнгә иң яҡшы осраҡта – 3467 кеше, ә насар осраҡта 3570 кеше булыуы ихтимал, тип фараз итә.
Читайте нас: