Беҙ үҙен ышаныслы тотҡан, ифрат әҙәпле һөйләшкән һәм һәр һүҙенең еренә еткереп тормошҡа ашырылыуына күнеккән Президентҡа өйрәнгәнбеҙ. Быйыл тура эфирҙан иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеп, Хөкүмәт кәңәшмәләрен үткәргәндә беҙ уға һоҡланып ҡараныҡ. Ышаныслы рәүештә бөтә ил, Президентҡа эйәреп, “тамуҡ” күпере аша үтеп китеп бара. Халыҡ араһында фекер өйрәнеү ҙә шул хаҡта һөйләй. Дәүләт башлығының илде, халыҡты көрсөктән сығарыу йүнәлешендә яһаған аҙымдары күпселектә хуплау тапты.
Кисә янғындарға һәм һыу баҫыуҙарға ҡаршы көрәште ойоштороуға арналған Хөкүмәт кәңәшмәһендә Президент, үҙе лә һиҙмәне, буғай, тура эфирҙа ҡулындағы ҡәләмен ырғытып ҡуйҙы һәм ҡотҡарыу эштәре менән сиктән тыш ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Президенттың был хис-тойғоһон күптәр күрҙе һәм баһаланы. Ни хәл итәйек, ул да – кеше, Президенттың да ҡәнәғәт булмаған саҡтары барҙыр.
Ә хәҙер ризаһыҙлыҡ менән ырғытылған ручканың кемдәргә тәғәйенләнгәнен беләбеҙ, сөнки уларҙың яҙмышы – ошо ҡәләм осонда. Бындай киҫәтеүҙән һуң, ғәҙәттә, яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй, тигән һымаҡ, бар ойоштороу һәләттәрен эшкә егеп, Президент күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыуға тотонасаҡтар.
Һәр хәлдә, Путин әлегә ҡәләмде ныҡ тота, ә башҡалар Президентҡа был ҡәләмде тағы ла ырғытырлыҡ сәбәп булдырмаҫ.