Хәҙер килеп шул асыҡлана: элекке Башлыҡ, Владимир Путиндың уны отставкаға ебәреүен дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй һәм суд ярҙамында үҙенең вазифаһына кире ҡайтырға теләй. Әйткәндәй, Игнатьевты вазифаһын юғалтыуға килтергән сәбәптәрҙең береһе – кешеләргә тупаҫ мөнәсәбәте һәм уның журналистарҙы “еүешләргә” саҡырыуы. Юғары судта тәүге ултырыш 30 июнгә тәғәйенләнгән.