+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 12:01

РАДИЙ ХӘБИРОВ ТАТАРСТАН ХАЛҠЫН ЮБИЛЕЙ МЕНӘН ҠОТЛАНЫ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа Татарстан Республикаһы ойоштороуына 100 йыл тулыу айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа Татарстан Республикаһы ойоштороуына 100 йыл тулыу айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, үткән быуат эсендә Татарстан ҙур һәм сағыу ҡаҙаныштарға өлгәште, сәнәғәт, иҡтисад, фән, мәҙәниәт, спорт үҙәгенә әйләнде. Татарстан бөгөн алдынғы төбәктәрҙең береһе һәм федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан менән Татарстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләнештәре берләштерә һәм ул, яҡты мөнәсәбәттәр киләсәктә лә һаҡланыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: