+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 14:18

ХӘБИРОВ КОМАНДАҺЫНЫҢ ҘУР ЕҢЕҮЕ.

Бөгөнгө көндө Башҡортостан тарихына ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйырлыҡ. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе ойоштороу хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республика Башлығы Радий Хәбировтың идарасылар командаһы бер йылдан кәм ваҡыт эсендә ошо биләмәне ойоштороу хаҡында мәсьәләне күтәреп, ҙур еңеүгә өлгәште.

ХӘБИРОВ КОМАНДАҺЫНЫҢ ҘУР ЕҢЕҮЕ.
Бөгөнгө көндө Башҡортостан тарихына ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйырлыҡ. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе ойоштороу хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республика Башлығы Радий Хәбировтың идарасылар командаһы бер йылдан кәм ваҡыт эсендә ошо биләмәне ойоштороу хаҡында мәсьәләне күтәреп, ҙур еңеүгә өлгәште. Махсус биләмә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә төҙөләсәк, уның етештереү даирәһенә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондары йәлеп ителәсәк. Бындағы мөмкинлектәр һәм пландар Башҡортостандың иҡтисади үҫешендә тәүге тапҡыр теүәл, аныҡ һәм ысын сағылыш таба. Тимәк, ошо яҡта тиҫтәләрсә өр-яңы предприятиелар, меңдәрсә эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Махсус иҡтисади биләмә дөйөм майҙаны 470 га булған ерҙе үҙ иҫәбенә ала. Бүленгән ерҙең 200 гектарында бөгөндән проекттар әҙер. Ете инвестор нефть химияһы, приборҙар эшләү, аҙыҡ-түлек предприятиелары төҙөргә әҙерләнә, шулай уҡ тиҫтәнән ашыу эш асырға теләүселәр менән һөйләшеүҙәр бара. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат агломерацияларын үҫтерергә, етештереүҙе киңәйтеүгә мөмкинлек бирәсәк, ти Радий Хәбиров. Яңы эш урындары, эш хаҡы, бюджетҡа һалым күләме артасаҡ. Биләмәнең заманса инфраструктураһын үҫтереүгә республика 6,3 миллиард һум бүлергә әҙер. Бында эшҡыуарҙарҙы бөгөндән көтәләр һәм уларҙың тәҡдимдәрен ҡарарға әҙерҙәр.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: