+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2020, 18:30

АЙ-ҺАЙ, РӘХМӘТ МЕНӘН ГЕНӘ ҠОТОЛА АЛЫРҘАРМЫ ИКӘН?

Кисә Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында ике бала һыуға батҡан. Ярай әле, бер кеше – Вадим Письменный – үтеп барған һәм балаларҙы үлемдән ҡотҡарып ҡалған.

Кисә Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында ике бала һыуға батҡан. Ярай әле, бер кеше – Вадим Письменный – үтеп барған һәм балаларҙы үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Малайҙарға ярҙам иткән арала, ҡотҡарыусы үҙе юҡ булған һәм уны бөгөн иртән генә тапҡандар. Ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ҡотҡарыусыға рәхмәт белдерергә теләй. Ай-һай, был осраҡта рәхмәт менән генә ҡотолоп булырмы икән? Иң кәмендә Рәсәйҙең “Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы, “Йыл кешеһе” исеме бирелергә тейештер. Ярай, артабан билдәле булыр.
Фото: srgazeta.ru
Читайте нас: