+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2020, 21:00

“БӨЙРӘКӘЙ” “ЗӨЛӘЙХӘ...” МЕНӘН АЛЫШҠА СЫҒА. НИҺӘЙӘТ.

Башҡорт академия драма театры Башҡоростандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ифрат популяр “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһын талантлы режиссер Айрат Абушахманов ҡулдары менән сәхнәләштерергә теләй. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тамашасы быны күптән көтә ине. Күпселектең фекере шундай: Айрат Әхәт улы тотонһа, уның ҡулынан килә. Гүзәл Яхинаның “Зөләйхә күҙҙәрен аса” романын да күптәр көнләшерлек итеп ҡуйырға батырсылыҡ итте. Ошо роман буйынса телевизион сериалды ҡараған кешеләр башҡорт режиссеры ҡуйған инсценировкаға тормошҡа яҡынлығы, заманды дөрөҫ һүрәтләүе һәм режиссер оҫталығы өсөн өҫтөнлөк бирә.

“Бөйрәкәй” менән “Зөләйха...” ошо көҙ башҡорт сәхнәһендә осрашасаҡ. Интрига бик көслө. Көтөргә күп ҡалманы, беҙ һеҙҙең менән “Зөләйхә...” – “Бөйрәкәй” бәхәсен күрәсәкбеҙ.
Фото: Башдрамтеатр - Руслан Юлтаев
Читайте нас: