+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2020, 17:35

БЫЛ ДАУАХАНА ТӨҘӨЛӨШӨ МЕНӘН ҒОРУРЛАНЫРҒА КӘРӘК.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфөгә Йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш үҙәге асыу тантанаһына килде. Республика Башлығы Радий Хәбиров вазифалы ҡунаҡты дауахананың мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Үҙенсәлекле биҙәлештә төҙөлгән дауахана республикаға бик ныҡ кәрәк. Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәр һаны 405 меңдән ашып китте. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостанда бөгөнгә 3260 сирле теркәлгән. Бөгөнгә сирләүселәр һаны 3260-ҡа еткән. Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә, хәлде төҙәтеү өсөн төбәк табиптары бөтәһен дә эшләй.

Радий Хәбиров Михаил Мурашконы республикала төҙөлөүсе заманса һаулыҡ һаҡлау объекттары менән таныштырҙы. Киләһе аҙнала милли проекттарҙың үтәлеше, коронавирусҡа ҡаршы көрәш һәм башҡа мәсьәләләр буйынса РФ Хөкүмәте ултырышы үтәсәк. Кәңәшмәлә РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Башҡортостанда күргән ыңғай миҫалдар тураһында һөйләй ала.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: