+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2020, 17:33

ТРАМП ПУТИНДЫ АҠШ-ТА КҮРЕРГӘ ТЕЛӘЙ.

Июндә Дональд Трамп донъяның иң ҡеүәтле ете иле етәкселәре менән саммит ойошторорға тейеш ине. Был илдәрҙә хәҙер саммит ҡайғыһы юҡ – коронавирус баҫып килә. Мәҫәлән, Германия канцлеры Ангела Меркель АҠШ-ҡа бара алмауы хаҡында белдерҙе.

Шуға күрә Дональд Трамп саммитты сентябрь айына күсереүе һәм был осрашыуға Рәсәй Президенты Владимир Путинды саҡырырға теләүе хаҡында иғлан итте. Башҡа илдәр лидерҙары быны хуплап ҡаршы алды.
Әлегә был саҡырыуға Владимир Путиндың яуабы билдәле түгел. Етәүҙең осрашыуы хәҙер үҙенең иҡтисади һәм сәйәси әһәмиәтен юғалтты. Шуға был осрашыуҙан Владимир Путиндың баш тартыуы бик ихтимал.
Владимир Путиндың, билдәле булыуынса, Рәсәйгә 20 йыл идара итеү тәжрибәһе бар, уның илгә артабан да идара итеүенә күптәр шикләнмәй. Киләһе йыл Фрау Меркель вазифаһын ҡалдырасаҡ, ноябрҙә һайлауҙарҙа Дональд Трамптың еңеүе бик шикле, Канада премьер-министры ла офисын ҡалдырыу көндәрен һанай. Шулай булғас, Путинды саҡырыуҙары бик мөмкин, ләкин уның барырға йыйыныуы бик ышаныслы түгел.
Әйткәндәй, Трамп Путинды көтәсәк. Сөнки һайлауҙарҙа Рәсәй лидерының ярҙамы уға бик кәрәк.
Фото: http://kremlin.ru/
Читайте нас: