+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:22

“БЕҘ БАЛАЛАР ӨСӨН БЕРЛӘШӘБЕҘ” ХӘЙРИӘ ТЕЛЕМАРАФОНЫ

Бөгөн, 1 июнь, Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар өсөн берләшәбеҙ” тип аталған телевизион марафон ойоштора.

Билдәле булыуынса, Дмитрий Хворостовский исемендәге фонд медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисергән балаларға ярҙам итә. Фонд барлыҡҡа килгән көндән алып, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе, ауыр сирҙәргә дусар булған 200 балаға 70 000 0000 һумлыҡ медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Бөгөн, 19 сәғәттә БЮТ тамашасылары иғтибарына опера һәм эстрада йондоҙҙары концерты тәҡдим ителә. Концерт Марк, Миша һәм Валя исемле өс баланың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлауға арнала.
Читайте нас: