ХӘҘЕР 18 МЕҢ АҠСА ТҮГЕЛМЕ ИНДЕ?
БР Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Фейсбук”тағы үҙенең сәхифәһендә: “Йәш ҡыҙға айына 18 мең һумлыҡ (ҡулға шул хәтлем эләгә) эш тәҡдим иткәндәр. Тегеһе, бындай тиндәр өсөн эшләйһем юҡ, тип баш тартҡан”, – тип яҙып сыҡты.
Ғәжәп хәл. Ҡайҙалыр, 10-12 меңгә булһа ла, эш таба алмайҙар, ә бында анһат ҡына итеп 18 меңдән баш тартҡандар. Ә урындарҙа, райондарҙа, ауылдарҙа эш хаҡы мәсьәләһенә килгәндә, хәлдәр нисек икән? Министр ханым үҙе лә билдәләй, 18 мең, әлбиттә, хыялдың сиге түгел. Бөгөн министрлыҡта уртаса эш хаҡы – 24500 һум.
Министрлыҡ, һәр хәлдә, был вакансияға кеше таба алғандыр, тип өмөт итәйек.