+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 12:42

ЛЕНИН БАБАЙ МЕНӘН ТРОЦКИЙ ТЕРЕ БУЛҺА, ЕҢДӘРЕН ҺЫҘҒАНЫРҘАР ИНЕ. ИҢ ҠАЙНАР ХӘБӘРҘӘР АҠШ-ТАН КИЛӘ.

Бындағы тәртипһеҙлектәр, халыҡтың күтәрелеп сығыуы властарҙы милли гвардияны индерергә мәжбүр итте. Кешеләрҙе ҡыуып таратҡанда ҡорбандар тураһында хәбәрҙәр бар. Әгәр Ленин бабай менән Троцкий иҫән булһа, еңдәрен һыҙғанып, барлыҡ донъя түңкәрелешен тормошҡа ашырыу өсөн тотонорҙар ине. Демократик ҡиммәттәрҙе төп байлыҡ тип һанаған АҠШ өсөн баш ауырыуы алда әле.

ЛЕНИН БАБАЙ МЕНӘН ТРОЦКИЙ ТЕРЕ БУЛҺА, ЕҢДӘРЕН ҺЫҘҒАНЫРҘАР ИНЕ.
ИҢ ҠАЙНАР ХӘБӘРҘӘР АҠШ-ТАН КИЛӘ.
Бындағы тәртипһеҙлектәр, халыҡтың күтәрелеп сығыуы властарҙы милли гвардияны индерергә мәжбүр итте. Кешеләрҙе ҡыуып таратҡанда ҡорбандар тураһында хәбәрҙәр бар. Әгәр Ленин бабай менән Троцкий иҫән булһа, еңдәрен һыҙғанып, барлыҡ донъя түңкәрелешен тормошҡа ашырыу өсөн тотонорҙар ине. Демократик ҡиммәттәрҙе төп байлыҡ тип һанаған АҠШ өсөн баш ауырыуы алда әле.
Владимир Познер бер нисә аҙна элек, АҠШ-та граждандар һуғышы булыуы ихтимал, тип фаразлағайны. Был хәбәрҙе Познерҙың бала сағы үткән илдә ишеткәндәр, күрәһең. Элекке президент Обаманың милли именлек буйынса кәңәшсеһе Сьюзан Райс бындағы тәртипһеҙлектәрҙә Рәсәйҙе ғәйепләп өлгөрҙө. Ләкин бер дәлил дә килтерә алманы.
Америкалағы күтәрелештең сәбәбе бер нисәү. Тәүгеһе – полицияның ҡара тәнле Джордж Флойдты үлтереүе, икенсеһе – әле булһа ауыҙлыҡланмаған коронавирус булһа, өсөнсөһө – нефткә хаҡтар төшөү менән бәйле, халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүе.
Һуңғы хәбәрҙәргә ҡарағанда, штаттарҙа хәлдәр ҡатмарлаша, хатта Дональд Трампҡа ете илдең июндә үтергә тейешле саммитын сентябргә күсерергә тура килде. Көҙгә тиклем әллә нимәләр булыр әле.
Читайте нас: