2021 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй Хөкүмәте халыҡтың килеменең артыуын тәьмин итерлек, эшһеҙлек осрағын кәметерлек программа төҙөнө. Әгәр ошо программала ҡаралғандар тормошҡа ашырылһа, эшһеҙлек күләмен 5 процентҡа тиклем кәмергә тейеш, ә Эске тулайым продукт үҫеше 2,5 процент буласаҡ, тип көтөлә. Аналитиктар хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт үҙ алдына үтәлмәҫтәй һандар билдәләмәй. Әгәр тағы ла көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡмаһа, был план, ысынлап та, үтәрлек. Шулай уҡ Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса туранан-тура ярҙам саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте ауырыған осраҡта больничный һәм балалар өсөн түләүҙәрҙе Социаль страховкалау фонды иғәнәһе аша башҡарырға тәҡдим итә. Бындай түләүҙәр Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ өсөн бик файҙалы буласаҡ.