+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 17:17

ТАУЫШ БИРЕҮГӘ ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе 1 июлгә тәғәйенләне. Бөгөн Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең ултырышында тауыш биреүгә әҙерлек мәсьәләләрен ҡараны.

Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреүҙе үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Үҙгәрештәрҙе төрлө йыйылыштарҙа халыҡ тәҡдим итте.
Ойоштороу мәсьәләһенә килгәндә, алыҫ төбәктәрҙә – 10 июндән һуң башланыуы көтөлә. Был юлы, халыҡ-ара стандарттарға ярашлы, тауыш биреүҙә дистанцион, электрон тауыш биреүҙәр киң файҙаланыласаҡ. Былары, йәйге ялдар булыуын иҫәпкә алғанда, күпселектең файҙаһына. Бынан тыш, тауыш биреү көнө ял тип иғлан ителә, ә инде граждандарҙың ихтыярын белдереүҙең бер нисә көнгә оҙонайтылыуы ғәмәлгә яраҡлы, тип табылған.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова: “Һайлауға әҙерлек, уны ойоштороу буйынса барлыҡ талаптар ҙа еренә еткереп үтәләсәк”, – тип белдерҙе.
Фото: http://www.kremlin.ru/
Читайте нас: