+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 17:29

ТРАМП ҺАМАН ДА РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫН КИЛЕРГӘ САҠЫРА.

АҠШ президенты тағы ла Рәсәй Президентына шылтыратты. Ике яҡлы һөйләшеүҙә нефть баҙарындағы хәлдәр, ОПЕК менән хеҙмәттәшлек, коронавирусҡа ҡаршы көрәш, йыһандағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

Трамп Владимир Путинды быйыл АҠШ-та үткәреләсәк саммитта күрергә теләүен йәшермәй. Был яҡынайыу Трампҡа ифрат кәрәк. Сөнки ноябрҙә президент һайлауҙары үтәсәк, ә һайлаусылар араһында Дональд Трампты Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуҙа ғәйепләүселәр байтаҡ. Ләкин бөгөн АҠШ ҡайнап торған ҡаҙанды хәтерләтә, егермеләп ҡалаға хәрбиҙәр индерелгән һәм ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Шулай булғас, быйыл АҠШ-та саммиттың түгел, һайлауҙарҙың да үтеүе бик киҫкен тора.
Фото: http://kremlin.ru/
Читайте нас: