ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Икенсе көнөнә, төштән һуң, үҫмерҙең күңеле төшөп, ҡайҙа барып һуғылырға йөрөй ине, Роман ағаһынан “смс”-ка килеп төштө. “Бында кереп сыҡ”, – тигән. Ринат аптыраны ла ҡалды. Нисек кереп сыҡ? Полицейский шунда йөрөй, теге ваҡыт малайҙар ҙа, әлегә бик күренмәй тор, тип киҫәткәйнеләр. Ошо хаҡта һорап, үҙе лә “смс”-са ебәрергә мәжбүр булды. “Килеп ет, һуған бушатырға кәрәк” – тип “смс” алып, барһа, бер ниндәй ҙә һуған юҡ, Роман менән теге полицейский күңелле генә итеп сәй эсеп ултыралар. Хәйер, Романдың ҡысҡырып һөйләнеүенә, туҡтауһыҙ көлөүенә ҡарағанда, эскәндәре сәй генә түгел ине, шикелле. Үҫмер килеп ингәс, теге полицейский шунда уҡ һикереп торҙо:
– Ә, ошо малай ҡастымы әле минән теге ваҡыт?
– Ярай, ярай, Миша, тоҡанма, ашыҡмай тор. Был – минең малай, – тип тегеһен ултыртып та ҡуйҙы. – Миша, уға бәйләнмә. Был малай – беҙҙең иң ышаныслы кеше. Был – беҙең киләсәк, беҙҙең өмөт.
– Ярай, улайһа, йөрөһөн. Тик ҡара уны: эсһәң, тартһаң, шунда уҡ бүлексәгә алып барам.
– Ты что? Ысын егет! Эсмәй, тартмай, – тип Роман яланы үҫмерҙе.
– Нимәгә саҡырҙығыҙ, Роман ағай?
– Машинаға ултыр. Ишек асыҡ, хәҙер теге тоҡсайҙы алып килергә кәрәк. Ашығыс заказ бар, – тип бышылданы Роман.
Күп тә үтмәй, юлға сыҡтылар. Машинаны юл ситендә ҡалдырҙылар ҙа, ҡар йырып, Таһир еҙнәнең баҡсаһына үттеләр. Барып еткәс, Роман аптыраны:
– Юҡ, еҙнәмдеке, – тине малай.
– Ә еҙнәң беҙҙе һатмаҫмы?
– Беҙгә бирәсәге бар, аҡсаны ҡайтармай.
– Тимәк, аҡса ярата. Юғиһә, ҡайтарыр ине. Минең дә бер нисә бурыслы бар, үҙҙәрен тотоп ярырға.
Ринат тиҙ генә кереп, ипләп кенә тоҡсайҙы алып сыҡты. Роман тирә-яҡҡа ҡаранды, йөҙө асылды, тоҡсайҙы ҡуйынына тыҡты һәм:
– Ҡара әле, үҙең тотонмайһыңмы ул? – тип һораны.
– Ярай, белмәйһең, шулай ҡалһын...
Оҙаҡламай, улар яңынан баҙарҙа инеләр.
– Роман, ҡара әле, был малай, һинең блатной түгелме ул? Исемең нисек?
– Ринатҡа теймә! Үтенеп һорайым. Ваҡыты еткәс, ул ошо баҙарҙың хужаһы буласаҡ. Ә беҙ уларҙан эш, ашарға һорап киләсәкбеҙ.
– Был малайға ҡалһа, көнөң бөттө инде, – тип мығырҙаны полицейский, – ятып үлергә генә ҡала. Булмай быларҙан, ышаныс юҡ. Күрерһең әле.
Роман һаман үҫмерҙе яҡланы:
– Ринатҡа теймә, – тине Роман.
– Тәк, тимәк, малайҙың исеме Ринат, – тине полицейский. – Һин беләһеңме, һине бик текә кеше эҙләп йөрөй.
Ринат шунда уҡ һикереп торҙо:
Ринат кеҫә телефонын сығарҙы. Гөлнур алты тапҡыр шылтыратҡан. Тегендә баҡсала йөрөгәндә телефонын ҡарамағайны шул. Тиҙ генә шылтырата һалды.
– Ҡайҙа йөрөй минең батырым? – Гөлнурҙың тауышы шат ине.
– Ҡайҙа булһын? Бында мин, баҙарҙа.
– Әле генә булдыҡ, һине юҡ, тинеләр. Ҡаршы ал, хәҙер килеп етәбеҙ.
Ап-аҡ, текә “Тойота”ла килеп төштөләр, атаһы, әсәһе, һеңлеһе. Бер туғандарымы ни! “Ни хәл, һабаҡташ!?” – тип ҡосаҡлап алдылар. Аталары үҫмерҙең күҙҙәренә ҡарап, бер нисә һорау бирҙе: бында ни эшләй, дәрескә йөрөймө.
Алдан мәктәптә булған, күрәһең, директор маҡтап ебәргән. Директор маҡтаны, тигәс, шуны аңланы, Әхмәт ағай үҫмерҙең баҙарҙа ни менән шөғөлләнгәнен асыҡларға теләгән икән.
– Ҡарбуз, ҡауын бушаттыҡ, аҡса кәрәк бит, – тине бер ҡатлы үҫмер.
– Тимәк, аҡса кәрәк. Нимәгә кәрәк инде ул аҡса?
– Әсәйем больницала ята бит, шунда килтерергә ҡуштылар.
– Дауалаусы табип әйтте. Бер ҙә алға китеш юҡ, ошо дарыуҙы табығыҙ, тине.
– Ҡайҙа, улым, бир әле, мин ҡарайым, бәлки мин табырмын? Әсәйең ҡайҙа ята?
– Әһә, аңлашылды, тимәк, ҡатын-ҡыҙҙар.., йәғни гинекологияла ята.
Әхмәт ағай ҡағыҙға яҙылған дарыу исемен ҡараны, хаҡын күрҙе һәм аптырап ҡуйҙы.
– Ошо аҙна аҙағына тиклем аҡсаны килтерергә ҡушты, – тип һөйләнеп ҡуйҙы малай.
Гөлнурҙың атаһы уйсанланды, хатта кәйефе төшкән һымаҡ булды:
– Аҡса таптыңмы һуң? – тип һораны. Юҡ, тиһеңме? Күпме кәрәк? Мин ярҙам итә алам.
– Байтаҡ булды инде, – тине малай. Әллә маҡтанды, әллә зарланды.
– Күпме кәрәк? Биреп торам, – тине Әхмәт ағай.
Ошо урында Ринат тотлоҡто. Нимә әйтергә лә белмәне. 5 мең тип әйтһә, бигерәк күп булыр һымаҡ. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Б-б... Бер мең, – тине көс-хәл менән.
Ә биш мең, тип әйтергә теләгәйне. Сөнки Әхмәт ағай биргән биш мең Ринаттың әсәһенең ғүмерен ҡотҡарыр, үҙен бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар, оло кешеләр күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙан әрсәләп ҡалыр һымаҡ ине. Был хаҡта малай бик оҙаҡ уйланасаҡ, үкенәсәк, хатта күҙ йәштәрен түгеп илаясаҡ. Ләкин бөгөнгө һымаҡ ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе табылмаясаҡ.
– Уйла, Ринат, бер мең етәме? – Тине Гөлнурҙың атаһы ҡатынынан бер нисә меңлек, бер нисә биш меңлек алып. Ринат ошонда яҙмышын түңкәргән, уның бәләкәй генә йәненә тура киләсәк ҡот осҡос һәләкәткә табан тәүге, кескәй генә, ышанысһыҙ аҙымын яһаясаҡ.
Малай, бәләкәй йыртҡыс һымаҡ, ағайҙың ҡулындағы аҡсаларға күҙ һирпеп алды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Бер мең етә, – тип тылҡыны һәм үҙенең яҙмышына хөкөм ҡарары сығарҙы, тап ошо урында, ошо секундта ваҡиғалар башҡаса бер ваҡыта ла әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ булып, ауыр тәгәрмәс һымаҡ, бер ҡатлы, хәйлә белмәгән, ололарға сикһеҙ ышанған малайҙы аҡрынлап иҙә башланы.
– Ярай, һабаҡташ, – тине Гөлнурҙың атаһы, – әлегә хушлашабыҙ. Беҙҙең эш күп, һин беҙҙе ғәфү ит.
Улар ҡуҙғалып китте. “Тойота”ның тәҙрәләре аша Әхмәт ағайҙың ҡыҙҙарының ҡул болғағандары әллә ҡайҙа тиклем күренеп торҙо...
Ринат яңынан Романдың, үҙе әйтмешләй, офисына инде. Ул кереүгә, полицейский шаҡылдатып ишекте бикләп ҡуйҙы һәм ҡысҡырына башланы:
– Әйт, хәҙер үлтерәм, юғиһә, һин беҙҙе харап итәһең бит! Һин ул кешене беләһеңме?
– Беләм, Гөлнурҙың атаһы, – тине малай.
– Ниндәй Гөлнур? – тине Роман.
– Минең класташ, һабаҡташ.
– Уф, беҙҙең башты харап итер өсөн генә килеп юлыҡҡанһың икән бында! – тип йөрөндө Роман һүгенә-һүгенә.
– Һин мине эшһеҙ ҡалдыраһың, емтек! Ә бит нимә тип һөйләштек? Әгәр тегеләр белеп ҡалһа, мин юғалам. Ундай ҙур эштәргә мин ҡул ҡуйманым. Йә, ярай, башҡа мине борсомағыҙ. Пока! – тип Миша сығып китте.
– Ә мин һиңә ышанғайным, улым, – тине Роман Ринатҡа ҡарап. – Ә былай тотолмай ҡайтыуың аптыратҡайны шул. Водителдең, һабаҡташыңдың атаһының, исеме нисек?
– Бына һиңә – Әхмәт ағай! Кем булып эшләгәнен әйттеме?
– Юҡ, мин ҡыҙыҡһынманым, һораманым. Ә кем булып эшләй ул?
– Хәрби хеҙмәттән пенсияға сыҡҡан. Десантник!
– Десантник? Теге, маңлай менән кирбес онтай торғанмы?
– Эйе, – тегеһе үсекләне, – аҙаҡ баштарҙы өҙөп алып, ҡултыҡҡа ҡыҫтыра торған.
– Ә, шулаймы ни? Бынау куртканы ул алып бирҙе инде.
Роман йонсоған ҡиәфәт менән куртканы тотҡолап ҡараны әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Тағы әйтер һүҙең бармы? – тине ир малайға ҡарап. Малай яурындарын һикертеп ҡуйҙы.
– Мин, оҙаҡламай, ҡайтам.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
1-1 1-2 1-3 1-4 1-5 1-6 1-7 1-8 1-9 1-10 1-11 1-12
2-1 2-2 2-3 2-4 2-5 2-6 2-7 2-8 2-9 2-10