+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 14:05

КӨНӨ – БИЛДӘЛЕ, БЮЛЛЕТЕНЬ – ӘҘЕР.

1 июлдә үтәсәк Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек ҡыҙыу бара.

КӨНӨ – БИЛДӘЛЕ, БЮЛЛЕТЕНЬ – ӘҘЕР.
1 июлдә үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек ҡыҙыу бара.
Үҙәк һайлау комиссияһында бюллетендең өлгөһөн күрһәттеләр. Унда бер генә һорау яҙылған: “РФ Конституцияһына үҙгәрештәрҙе һеҙ хуплайһығыҙмы?”. Һорауҙан һуң квадрат эсендә “Эйе” һәм “Юҡ” тип яҙылған. Тауыш биреүсе үҙе һайлаған вариантҡа тамға ҡуя.
Тауыш биреү ваҡытында заманса технологиялар киң файҙаланыласаҡ. Ситтән тороп, почта аша, электрон тауыш биреү ҙә ҡаралған. Йәйге ял ваҡытына тура килеүен иҫәпкә алып, тауыш биреү бер нисә көнгә һуҙыласаҡ.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: