Республика Башлығы Радий Хәбиров Туймазыла булды һәм урында “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе, урындағы предприятиелар етәкселәре менән аралашты. Эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы резина етештереү- өсөн техник углерод сығарыусы предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. “Туймазытехуглерод” предприятиеһы Рәсәйҙә ете төрҙәш предприятиеның береһе. Тармаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡын йылдарҙа 2,5 тапҡырға арттырырға планлаштыралар. Радий Хәбиров: “Республика предприятиеларға ҙур ярҙам күрһәтә”, – тип билдәләне. Үҙе өсөн, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, сәнәғәт предприятиеһының ябылыуын шәхси фажиғә сифатында ҡабул итеүен әйтте. Республика етәкселеге бындай заводтарға һәм етәкселәргә ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.