+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 12:10

БАШҠОРТОСТАН. СИРЛЕЛӘР ҺАНЫ НИ ӨСӨН АРТА?

Һуңғы ике аҙна тотороҡло торғандан һуң сирләүселәр һаны тағы ла арта башланы. Кисә һуңғы тәүлектә тағы ла 107 кешенең сир йоҡтороуы билдәле булды. Коронавирус карантин, үҙҡамау һымаҡ сараларҙан көслө һәм мәкерле булып сыҡты. Хәҙер, өйҙәренән бер аҙым да, бер ҡайҙа ла сыҡмаған өлкән йәштәгеләр иҫәбенә, сирләүселәр һаны арта. Йәштәр араһында сирҙең һиҙелмәүе лә ихтимал, ә уны өлкән йәштәгеләр йоҡторған осраҡта, ололар – бик ауыр кисерә.

Һуңы арала, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикаға 2000-дән ашыу вахтасы ҡайтты. Улар араһында сирлеләр ҙә булған. Министр Максим Забелин: “Вахтаға көслө, йәш, ныҡ, һау-сәләмәт кешеләр йөрөй. Уларҙа сирҙең тышҡы билдәләре тойолмай. Улар үҙҙәренең ата-әсәләре менән аралаша, олатай-өләсәйҙәренең хәлдәрен белә һәм ике аҙнанан сирлеләр һаны арта башлай”, – тип аңлатты.
Кисәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бөтәһе 3608 кешелә коронавирус теркәлгән. Дауаханаларҙа – 995 кеше, өйҙәрендә 1300 кеше дауалана.
Шул уҡ ваҡытта, Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова көҙгә ҡарай йоғошло сирҙең икенсе тулҡынына әҙер булырға кәңәш итә. Анна Попова былай тине: “Элеккеләренән һабаҡ алырға, хаталарҙы төҙәтергә, үҙ-ара кәңәшләшергә һәм көстәрҙе берләштерергә, киләһе тулҡынға ҡаршы көрәштең алгоритмы әҙер булырға тейеш. Икенсе тулҡындың булырына берәү ҙә шикләнмәй”.
Үкенескә ҡаршы, вахтаға ойошҡан төркөмдәр менән түгел, үҙ аллы, иҫәпкә инмәй йөрөгәндәр ҙә байтаҡ.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: