+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 11:21

ГАЗ ҮТКӘРЕҮГӘ ПУТИН ҮҘЕ ТОТОНДО.

Ошо көндәрҙә Ишембай районының Уразбай ауылынан ҡыуаныслы хәбәр килде – тәүге йорттарҙы газ уты менән йылыта башлағандар, Уразбайҙан 4-5 километрҙа ғына ятҡан этҡолдарҙың газ менән файҙаланыуҙарына 20 йыллап ваҡыт үткәс.

ГАЗ ҮТКӘРЕҮГӘ ПУТИН ҮҘЕ ТОТОНДО.
Ошо көндәрҙә Ишембай районының Уразбай ауылынан ҡыуаныслы хәбәр килде – тәүге йорттарҙы газ уты менән йылыта башлағандар, Уразбайҙан 4-5 километрҙа ғына ятҡан этҡолдарҙың газ менән файҙаланыуҙарына 20 йыллап ваҡыт үткәс.
Йылылыҡ-энергетика комплексының кәңәшмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылдарға газ үткәреү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй ауылдарының 1/3 өлөшө, тип әйтерлек, газ менән файҙалана алмай, өйҙәрен утын менән йылыта. Кәңәшмәлә “Газпром”, “Роснефть” аныҡ күрһәтмәләр алды. Газ үткәреү программаһы ике этапта – 2025 һәм 2030 йылдарға иҫәпләнгән.
Ауыл халҡы әйтмешләй, элек бер һыйыр һатһаң, ике өйгә газ үткәргәндәр. Хәҙер бер өйгә газ үткәреү өсөн биш һыйыр ҙа етмәй.
Владимир Путин кәңәшмәлә газ үткәреү тулыһынса дәүләт иҫәбенә башҡарылырға тейеш, тип баҫым яһап әйтте. Бының өсөн газ үткәреүгә бүленгән сығымдар 60 миллиард һумдан 200 миллиард һумға тиклем күтәреләсәк.
Рәсәй Президентының газды бушҡа үткәреү хаҡындағы күрһәтмәһен үтәһәләр ярар ине. Юғиһә, һәр табышлы эш тирәһендә газға хужа булыусыларҙың ағай-энеләре йыйылып китә һәм хаҡтарҙы күтәрә башлай.
Фото: bash.news
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: