РАДИЙ ХӘБИРОВ ҒАИЛӘЛӘР ҠОРОРҒА ҺӘМ БАЛАЛАР ҮҪТЕРЕРГӘ ҠУША.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһында район-ара перинаталь үҙәк төҙөлөүе хаҡында иғлан итте. Ишембайҙа балалар тыуҙырыу йорто төҙөү хаҡындағы мәсьәлә 90-сы йылдарҙан бирле йөрөй. Ләкин берәү ҙә аныҡ хәл итеүгә тотонғаны юҡ. Һеҙгә балалар тыуҙырыу йорто төҙөйөм, тип әллә күпме депутат һайланды һәм эҙһеҙ юғалды.
2003 йылда БР хакимәте башлығы булып эшләгән Радий Хәбировтан яҡташтары уны төҙөүҙә ярҙам итеүен һораған булған. Хәҙер Республика Башлығына яҡташтарының үтенесен тормошҡа ашырырға тура киләсәк. Яңы медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ һәм ике йыл эсендә төҙөлөп бөтәсәк.
Фото: vk.com сайтында Р. Хәбировтың сәхифәһенән.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"