ДҮРТ АЙ ОҘАҠ ТҮГЕЛ, ҮТӘ ЛӘ КИТӘ УЛ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән төҙөү-төҙөкләндереү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ағымдағы йыл республикала “Биләмәләрҙә эстетик төҙөкләндереү йылы” тип иғлан ителгәйне. Һәм дә ул быйыл үтәсәк Фольклориадаға ҡунаҡтар ҡаршылауға әҙерлектең бер өлөшө сифатында ҡаралғайны. Фольклориада киләһе йылға күсерелде, ләкин төҙөкләндереү – ҡалды. Ә ҡайһы бер райондар был эшкә әле булһа тотонмаған йәки эштәрҙе илке-һалҡы ойошторғандар.
Республика Башлығы билдәләүенсә, хакимиәттәр ҡарамағында – өс, , үтә барһа, дүрт ай ваҡыт бар. Йәшәгән ерҙе матурлауға бөгөндән тотонорға кәрәк. Ә йомғаҡтар көҙ яһаласаҡ.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"