Республика Башлығы Радий Хәбиров, сир таралыу менән бәйле, карантин сараларын йомшартыуға ҡаршы. Бының өсөн етди дәлилдәр бар. Сөнки бөгөнгө көнгә йоғошло сир эләктереүселәр һаны 4017 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 89 кеше дауаханаға эләккән. Бөгөнгә дауаханаларҙа 1086 кеше дауалана, 41 кеше ауыр хәлдә. Өйҙәрендә дауалау сараларын 1460 кеше ала, 1453 – һауығып сыҡҡан. Үлеүселәр һаны 18 кеше тәшкил итә.
Һуңғы көндәрҙә сирҙе йоҡтороусылар араһында өлкәндәр күп. Тимәк, урындарҙа 65+ төркөмөнә ҡарағандар, хроник сир менән интеккәндәр араһында аңлатыу эштәре алып барылмай.
Бер нисә мәғлүмәт сығшанағы бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты, 86 йәшлек Мортаза Ғөбәйҙула улы Рәхимовтың сирләүе хаҡында хәбәр итте. Экс-президент менән бергә, уның водителенең дә сирләүе хаҡында мәғлүмәт бар.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"