+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 11:58

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫРҒА БАҠАЛЫҒА КИЛЕРГӘ КӘРӘК”.

Үткән ял көндәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы һәм Шаран райондарында социаль-иҡтисади проблемаларҙың хәл ителеше менән танышты.

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫРҒА БАҠАЛЫҒА КИЛЕРГӘ КӘРӘК”.
Үткән ял көндәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы һәм Шаран райондарында социаль-иҡтисади проблемаларҙың хәл ителеше менән танышты.
Республика Башлығына Баҡалы районы эш тәжрибәһе ныҡ оҡшаны. Район һуңғы йылдарҙа үҙ проблемаларын хәл иткән төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Урындағы хакимиәт эштәрҙе ойоштора, башҡалар алдында бурыстар ҡуя белә, эшҡыуарҙарға аныҡ ярҙам күрһәтә. Бер нисә йыл элек бөлгөнлөккә төшкән Кирбес заводы инвесторҙар ярҙамында эштәрҙе яйға һалған, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарына ғына түгел, күрше төбәктәргә лә кирбес һата. Район өлгәшкән уңыштарҙы туранан-тура уның башлығы Александр Георгиевич Андреевтың эшмәкәрлеге менән бәйләргә була. Александр Андреев, хакимиәттә – 20 йыл, башлыҡ сифатында 15 йыл эшләү дәүерендә, көслө һәм һөҙөмтәле команда булдырыуға өлгәшкән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Баҡалыла күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бында семинар-кәңәшмә үткәреү зарурлығын билдәләне.
Республикала тәжрибә уртаҡлашырлыҡ райондар байтаҡ. Мәҫәлән, шундай уҡ алдынғы тәжрибә Әлшәй, Бишбүләк, Шишмә, Илеш, Яңауыл һәм башҡа райондарҙа ла етерлек.
Фото: БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: