+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 13:07

БӨТӘ ДОНЪЯ ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ОЙОШМАҺЫ ИҪКӘРТӘ!

Халыҡ ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан кәңәш: ниндәй генә шарттар булмаһын, йоғошло сирҙән һаҡланыуҙың бер нисә сараһы бар.

Ойошма дирекцияһы хәбәр итеүенсә, ғөмүмән алғанда, Ер шарында сир менән бәйле хәлдәр ҡатмарлаша. Шул уҡ ваҡытта, Европала сир менән көрәш ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Халыҡ-ара ойошма үҙенең партнерҙары менән дә уртаҡ тел таба алмай. Мәҫәлән, АҠШ һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамды аҡламай, тип тапты һәм уның менән бәйләнеште өҙҙө. Хәҙер шундай уҡ киҫәтеүҙәр Мексика, Бразилия һымаҡ илдәрҙән дә ишетелә.
Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ер шарында сирләүселәр һаны 7 миллионға яҡынайып килә. Шулай уҡ, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, яҡынса 400 меңләп кеше үлгән. Тимәк, яҡынса үлем осрағы 5 процент самаһы тәшкил итә. Элекке грипп эпидемияһы ваҡытында 0,4-0,5 процент үлеүен иҫәпкә алһаҡ, 5 процент үлем осрағы бик күп иҫәпләнә.
Халыҡ ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан кәңәш: ниндәй генә шарттар булмаһын, йоғошло сирҙән һаҡланыуҙың бер нисә сараһы бар. Дистанция һаҡларға, кешеләргә яҡынаймаҫҡа, урамға сыҡҡанда битлек һәм бирсәткә ҡулланыуҙан баш тартмаҫҡа. Ә өйгә ингәс, ҡулдарҙы һәм битте ентекләп йыуырға.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: