Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажитдинов мәғлүмәт сараларына хәбәр итеүенсә, республикала дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға быйыл 31,1 миллиард һум аҡса федераль ҡаҙнанан бүленәсәк. Аҡсаларыҙың күбеһе социаль-көнкүреш объекттары төҙөүгә, юлдарҙы яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Аҡсаларҙың төп өлөшө “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография”, “Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ” проекттарын тормошҡа ашырыуға файҙаланыласаҡ. Хөкүмәт вице-премьеры шулай уҡ мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә милли проекттар тураһында мәғлүмәт еткереүгә лә иғтибар итте. Хәбәрселәр, журналистар һәм блогерҙар милли проекттарҙы яҡтыртыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эшләй.