Был эште Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе шәхси контролдә тота. Радий Хәбиров: “Быйыл 155 км. газ торбалары һалынасаҡ һәм 8884 йортҡа газ үткәреләсәк. Яҡын йылдарҙа ошо маҡсатта 8 миллиард һум аҡса бүленәсәк, 1000 км. газ торбаһы һалынасаҡ. Былтырҙан бирле ташлама алырға тейеш ветерандарға 60-100 мең һумлыҡ сертификат бүленә. Республика граждандары 2033 сертификат алды. Был аҡса уларға газды бушлай, тип әйтерлек, үткәрергә мөмкинлек бирә”, – тип белдерҙе.