+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 19:00

БЕҘ БЕР ОСОР УҠЫҒАЙНЫҠ. (Хикәйә)

Ваҡыт-ваҡыт уларҙы, айырылшҡандар икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡала. Эйе шул, ысынлап та, Альбина менән Ғафурҙы хәтерләйһегеҙме икән, бер замандараҡ белем эстәгәйнек. Ҡайһы Ғафур, тиһегеҙме? Һуң, теге, мөһәбәт кәүҙәле, оҙон бөҙрә сәсле, ҡап-ҡара мыйыҡ. Үҙенең, ай, әттәгенәһе, тип әйтеүе генә ни тора! Коридорҙан берәйһе менән гөлдөрләп һөйләшеп үтеп барғанда тауышы ишетелһә, ҡыҙҙар бүлмәләренән әллә уны күрер өсөн, әллә, киреһенсә, күҙенә салынырға самалап, ишек аша аңшая торғайнылар. Бар бит шундай аҫыл заттар. Ҡыҙҙар ярата торғайны үҙен. Килеп матур булыуына ғына түҙерһең, үҙенең холоҡ-фиғеле лә шул тиклем һәйбәт бит әле. Йыуаштың да йыуашы, үҙе итәғәтле. Баяғы, тәрбиәле инде. Беҙ уҡыған заманда уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ булдымы икән? Уф, уныһы ғына ярай инде, уның ҡосағынан үтмәгән ҡыҙ ҡалдымы икән? Шул егеттәр менән эсеп ултырғанда һөйләгән, имеш: “Беҙ – башҡорттар, тимәк, башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – үҙебеҙҙекеләрҙе бәхетле итеү”, – тигәнме?

БЕҘ БЕР ОСОР УҠЫҒАЙНЫҠ.
(Хикәйә)

Ул заман, әйтһәм, әйтәйем инде, ҡыҙ сафлығының ҡәҙере бар ине әле. Һәр хәлдә, Ғафур ғына уны баһаламаһа, баһаламағандыр.
Бер заман хәбәр төштө: аҫыл егетебеҙ өйләнә икән. Исеме – Альбина, ти. Урыҫ бүлегендә уҡый, тиме. Ҡайҙан башҡорт булһын, мәрйә лә түгел икән. Анау яҡта Мишкәме, Бишбүләкме тигән район бар икән. Ул ҡыҙыҡай шунан сыҡҡан, ти.
Бәй, бәй! Ярай, Мишкә лә булһын, бишкә лә булһын, айырмаһы юҡ. Ә ҡайҙа бында үҙебеҙҙекенә өйләнәйек, егеттәр, тигән хәбәрең? Ярай, халыҡтар дуҫлығы беҙҙең өсөн ят түгел. Аллаһына шөкөр, илебеҙ ҙур, еребеҙ иркен, быға тиклем һыйғанды, бынан һуң да йәшәрбеҙ.
Дөрөҫ хәбәр булып сыҡты. Ҡарап тороуға батша ҡыҙына ла, Көлһылыуға ла, Көлбикәгә лә, Гөлбикәгә лә тартмаған. Мин, мәҫәлән, Ғафур өйләнмәһә, был түңәрәк донъяла Альбина исемле әллә мари, әллә сыуаш ҡыҙының барлығын да белмәҫ инем. Ә нимәһе менән алдырған, йәғни йыға һуҡҡан һуң беҙҙең баһадирҙы беҙ бығаса белмәгән, хата күрмәгән Альбина?
Теүәл генә итеп әйтә алмайым. Берәү әйтә, Ғафур бер йыл стипендия алманы, гел ас йөрөнө, шул ваҡыт теге Көлбикәме, Гөлбикәме, Көлһылыумы, уны тотоп алып, щимы, борщмы ашатып ебәргән, тип тә һөйләнеләр. Икенсеһе, юҡ, дөрөҫ түгел, Ғафур үҙе ғашиҡ булған, теге ҡыҙыҡай бик мутар итеп мөхәббәтен аңлатып биргән, ни өсөн егеттең уға өйләнергә тейешлеген иҫбатлаған, тигәнерәк мәғәнәлә фараз ҡылды. Был ғаилә усағына берәү ҙә оҙон ғүмер фаразламаны. Элек һәр өсөнсө, аҙаҡ һәр икенсе никах тарҡала, тип зарланған илдә был мәсьәлә берәүҙе лә ғәжәпләндермәй. Кем белә, бәлки шулай булырға тейештер ҙә. Шуға, бына өс тиҫтә йылдар булыр, Ғафур менән Альбинаны ситтән генә күҙәтеп, улар хаҡында ишеткеләп йөрөйөм, Толстой барыбер хаҡлы бит ул. Уның ХIХ быуаттан яҙған һүҙҙәре лә бөгөнгө көнгә ауаздаш һымаҡ. Теге, нисек әле, бәхетле ғаиләләр бөтәһе лә бер-береһенә оҡшаш, тигән һымаҡ, бәхетһеҙҙәре лә һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ. Әйткәндәй, Ғафур, әйтеүемсә, беҙҙең ҡыҙҙарҙы ла ифрат ярата ине. Иманым камил, улар ҙа үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп тоймайҙарҙыр.
Йәгеҙ әле, нимә тигәйнегеҙ? Ғафур менән Альбина айырылышҡан, тигәйнегеҙме? Күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ. Улармы һуң инде бер-береһен ҡалдыра торғандар? Ана, Ғафур ҡорҙаш Альбинаһын ҡултығына ҡыҫтырып, һин дә мин китеп бара. Ҡатыны ихлас йылмайып, тоғро күҙҙәре, йылы һүҙҙәре менән ирен ҡурсап алып барған һымаҡ. Ә инде Ғафурға килгәндә, үтеп киткән йылдар, ут егетебеҙҙе таушатыуға үҙ өлөшөн индергән. Бөҙрә сәстәре ап-аҡ, мыйыҡ ҡап-ҡара, ләкин буялғандыр, тигән шигем бар. Суҡынған! Таныны, иҫәнләште! Рәхмәт, ҡорҙаш, онотмағаның өсөн! Һеҙгә был хәбәр килеп еттеме әле? Ишетһәгеҙ, ишетегеҙ, көлөгөҙ ҙә ҡуйығыҙ. Ғафурмы һуң инде бисә айырып, ғаилә тарҡатып йөрөй торған кеше? Шуға, хәбәр килһә, айырылышҡандар имеш, тиһәләр, көлөгөҙ ҙә ҡуйығыҙ. Бергә улар, үҙем күрҙем!
Фото: donpress.com
Читайте нас: