+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 11:29

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕКТЕ ТӘЬМИН ИТЕҮ – ИҢ ТӘҮГЕ ТАЛАП.

1 июль – Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө – яҡынайған һайын, хәүефһеҙлек мәсьәләһе иң алғы һыҙыҡҡа сыға.

1 июль – Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө – яҡынайған һайын, хәүефһеҙлек мәсьәләһе иң алғы һыҙыҡҡа сыға.
Рәсәйҙә йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Төбәктәрҙә аҡрынлап карантин талаптарын йомшартыу тураһында яңынан-яңы хәбәрҙәр килә.
Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса үҙенең тәҡдимдәрен төбәктәргә еткерә. Бында иң төп талаптар шулар – һәр һайлау участкаһы һаҡланыу саралары, зарарһыҙландырыусы шыйыҡсалар менән тәьмин ителергә тейеш. Шулай уҡ участкаларҙың һайлау комиисиялары ағзаларының битлектә һәм бирсәткәлә булыуы, дистанцияны һаҡлауы һәм бүлмәләрҙең елләтелеүе мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова белдереүенсә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина файҙаланыла башлағанға тиклем илдә хәүефһеҙлек һаҡлана. Шуның өсөн һәр кеше үҙ именлеген тәьмин итергә бурыслы. Рәсәй Федерацияһының һәр бер төбәгендә карантин талаптарын кәметкән осраҡта ла битлектәрҙә һәм бирсәткәләрҙә йөрөү тәртибе һаҡлана, тип белдерҙе.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: