-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 00:17

РАДИЙ ХӘБИРОВ ТОРМОШОНАН КҮҢЕЛҺЕҘ БЕР ВАҠИҒА.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ветерандары йәмәғәт ойошмалары менән онлайн кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙә Республика етәксеһе ветерандарҙың фекерҙәрен, кәңәштәрен ишетте, үҙе республикалағы социаль-иҡтисади поблемаларҙың хәл ителеше, йоғошло сиргә ҡаршы көрәш, пенсионерҙарҙың финанс белемен күтәреү мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров фекеренсә, өлкән йәштәгеләр иҡтисади яҡтан белемле түгел, ветерандар тиҙ ышанып бара, уларҙы алдарға теләүселәр ҙә күп. Һөйләшеү ваҡытында Радий Хәбиров үҙенең әсәһе менән булған ваҡиға хаҡында бәйән итте.– 2014 йылда мин Мәскәү ҡалаһында Президент хакимиәтендә эшләй инем. Әсәйем Ишембай ҡалаһында йәшәй. Төн еткәс, йоҡларға яттым. Ғәҙәттә, мин шылтыратыуға яуап бирәм. Ә был юлы телефоным тауышын һүндергәнмен һәм ҡаты йоҡлағанмын. Иртән уянып ҡараһам, ағайым, һеңлекәшем утыҙлап тапҡыр шылтыратҡан. Мин шунда уҡ әсәйем менән берәй бәлә булғандыр, тип уйланым.

РАДИЙ ХӘБИРОВ ТОРМОШОНАН КҮҢЕЛҺЕҘ БЕР ВАҠИҒА.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ветерандары йәмәғәт ойошмалары менән онлайн кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙә Республика етәксеһе ветерандарҙың фекерҙәрен, кәңәштәрен ишетте, үҙе республикалағы социаль-иҡтисади поблемаларҙың хәл ителеше, йоғошло сиргә ҡаршы көрәш, пенсионерҙарҙың финанс белемен күтәреү мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров фекеренсә, өлкән йәштәгеләр иҡтисади яҡтан белемле түгел, ветерандар тиҙ ышанып бара, уларҙы алдарға теләүселәр ҙә күп. Һөйләшеү ваҡытында Радий Хәбиров үҙенең әсәһе менән булған ваҡиға хаҡында бәйән итте.
– 2014 йылда мин Мәскәү ҡалаһында Президент хакимиәтендә эшләй инем. Әсәйем Ишембай ҡалаһында йәшәй. Төн еткәс, йоҡларға яттым. Ғәҙәттә, мин шылтыратыуға яуап бирәм. Ә был юлы телефоным тауышын һүндергәнмен һәм ҡаты йоҡлағанмын. Иртән уянып ҡараһам, ағайым, һеңлекәшем утыҙлап тапҡыр шылтыратҡан. Мин шунда уҡ әсәйем менән берәй бәлә булғандыр, тип уйланым. Һуңынан ҡараһам, әсәйем үҙе лә шылтыратҡан икән. Ағайыма, нимә булды, тип һорайым. Ул миңә барһын да һөйләп бирҙе. Иртәнге сәғәт биштә әсәйемә шылтыратҡандар һәм башҡортса һөйләгәндәр. Әсәйем әйтеүенсә, минең тауышым менән өндәшкәндәр. Миңә – 51 йәш. Телефондың икенсе башындағы ир әсәйемә: “Мин – милиция майоры. Һеҙҙең улығыҙ (йәнәһе, мин булам инде) кеше туҡмаған, уның мейеһе һелкенгән. Хәҙер мин уны отделениеға алып китәм, йә аҡса күсерегеҙ. Аҡсағыҙ бармы?”– тип һораған. Әсәйем шунда уҡ кенәгәлә 200-300 меңләп һум аҡса булыуы тураһында әйткән. Уға, банкоматҡа бар ҙа, аҡсаңды беҙгә күсер, тигәндәр. Хатта трубканы һалырға ла мөмкинлек бирмәгәндәр. Әсәйем төнгө алтынсыла тәүлек әйләнәһенә эшләй торған магазинды эҙләп киткән. Ә ундай магазинды Ишембайҙа табыуы еңел түгел. Ниһәйәт, банкомат тапҡан. Уны күреп ҡалып, һаҡсы, эргәһенә килгән.
– Өләсәй, һеҙ ни эшләйһегеҙ бында? – тип һораған. Ә әсәйем банкоматҡа биш меңлектәр һала икән. Һаҡса күреп тора, нисек тә туҡтатырға кәрәк, ләкин бер нисек тә ярҙам итә алмай. Әсәйем һаҡсыға: “Китегеҙ, ҡамасауламағыҙ! Минең улым бәләгә тарый”, – ти. 100 меңен һалып та өлгөрә. Әлбиттә, әсәйем ҙур тетрәнеү кисерә. Мин шул ваҡыт барлыҡ эшемде ҡалдырып, ҡайтып төштөм. Аҙаҡтан шул асыҡланды: баҡ тиһәң, төрмәгә телефон алып кергәндәр һәм шулайтып аҡса эшләйҙәр икән. Мин декабрҙә килдем, ә февралдә әсәйем китеп тә барҙы. Өлкән йәштәге әсәйем шундай тетрәнеү кисергән. Мин тормошта яҡшылыҡты күп күрҙем. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең йәмғиәт сәләмәт. Шул уҡ ваҡытта, ҡәбәхәттәр ҙә етерлек. Мин уларҙы ла күп күрҙем. Өлкән йәштәгеләргә һаҡланырға кәрәк. Ветерандар ойошмалары пенсионерҙарға шылтыратып, хәлдәрен белешеп торһон, улар нисек йәшәй икән. Беҙҙең халыҡтың төп бәләһе шул – беҙ үтә бер ҡатлыбыҙ. Беҙҙә финанс мәҙәниәте юҡ. Шуның өсөн дә бурысҡа кредит күп алалар, был хатаны йәштәр ҙә ҡабатлай. Шуға күрә өсөнсө быуын университеттарын артабан да үҫтерергә кәрәк, – тип тамамланы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ветерандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә һөйләште.
Фото: glavarb.ru
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: