+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 13:20

ТОП-МЕНЕДЖЕРҘАР ТЫЙЫЛЫРМЫ, ӘЛЛӘ ТУЙЫРҘАРМЫ?

Мишустин етәкселек иткән Хөкүмәттә дәүләт ҡарамағындағы корпорацияларҙың топ-менеджерҙарының эш хаҡын ауыҙлыҡламаҡсылар тигән хәбәрҙәр ысынбарлыҡҡа әүерелә башланы. Рәсәйҙә улар күп түгел. Тәбиғи ресурстар менән эш итеүсе, дәүләт һәм Хөкүмәт заказдарын үтәүсе ҡырҡлап береһенән-береһе эрерәк компания бар. Уларға идара итеүсе топ-меденжерҙар йыл һайын бер нисә йөҙ миллион, хатта миллиард һум самаһы эш хаҡы ала, тигән әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр йөрөй ине...

Хәҙер ошо идарасыларҙың эш хаҡын сикләү тураһында махсус ҡарар хәҙерге Хөкүмәт тарафынан әҙерләнә икән. Әгәр дөрөҫкә сыҡһа, был ҡарар топ-менеджерҙарҙың эш хаҡын йылына 30 миллион һум менән сикләргә самалай. Нигеҙ итеп Рәсәй Хөкүмәте премьер-министрының йыллыҡ эш хаҡы алынған. Мәҫәлән, Хөкүмәт башлығының йыллыҡ эш хаҡынан топ-менеджер өс тапҡырҙан артыҡ эш хаҡы алырға хаҡы юҡ.
Был эш хаҡын алғанда беҙҙекеләр Көнбайыш өлгөһөнә һылтана һәм үҙҙәренең эш хаҡы бик юғары түгел, тип аҡлана. Дөрөҫ әйтәләр, ләкин Көнбайыш топ-менеджерҙарының ҡулы аҫтында эшселәр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә эш хаҡын күпләп ала. Ләкин дәүләт корпорациялары етәкселәре бик тырышып эшләгән осраҡта эш хаҡын арттыра ала, сөнки ҡарарҙа планды арттырып үтәгән өсөн Хөкүмәттең уртаса эш хаҡын арттырырға хоҡуғы бар, тигән пункт яҙылған.
Ғәмәлдә был көйләүҙе халыҡ күптән көтә һәм ыңғай баһалай.
Фото: Яндекс сайтынан.
Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: