+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 12:43

ПУТИНҒА ЭРДОҒАН ШЫЛТЫРАТТЫ.

Рәсәй менән Төркиә араһындағы аралашыу шуға ишара – Төркиә, Рәсәй газын алыу менән, тынысланды, беҙҙең зәңгәр яғыулыҡҡа ихтыяж шунда уҡ кәмене һәм күршеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа сыҡты.Эрдоғандың Рәсәйҙе иҫкә төшөрөп, ҡапылда Путинға шылтыратыуының, әлбиттә, сәбәптәре бар.

Йыл башынан Рәсәй Президенты менән Төркиә президентының ике яҡлы аралашыуы тиҫтәнән ашып киткәндер. Сөнки Төркиә менән Рәсәй мөнәсәбәттәре бөгөн Сүриәләге һәм Ливиялағы ваҡиғаларҙы контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
Апрель аҙағы – май айҙарында мөнәсәбәттәр күпмелер күләмдә һыуынған һымаҡ тойолдо. Быға ғәжәпләнергә түгел, сөнки сәйәсәт – ҡатмарлы өлкә, унда дуҫлыҡҡа һәм йылы мөнәсәбәттәргә урын юҡ. Яҡтарҙы уртаҡ мәнфәғәтәр генә берләштерә.
Рәсәй менән Төркиә араһындағы аралашыу шуға ишара – Төркиә, Рәсәй газын алыу менән, тынысланды, беҙҙең зәңгәр яғыулыҡҡа ихтыяж шунда уҡ кәмене һәм күршеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа сыҡты.
Эрдоғандың Рәсәйҙе иҫкә төшөрөп, ҡапылда Путинға шылтыратыуының, әлбиттә, сәбәптәре бар.
Төркиәлә күп мәсьәләләр Рәсәйҙәге һымаҡ араҡы һәм виски эскәндә түгел, сәй эскәндә хәл ителә. Рәсәй йоғошло сир менән көрәшә, авиакомпаниялар киң эшмәкәрлеген башларға йыйынмай, ә халыҡ ҡыш буйы йыйған аҡсаларын ял итеү һәм ҡояшта ҡыҙыныу өсөн ҡайһы йүнәлештә тотонорға белмәй йонсой. Был ваҡытта гөрләп торған Төркиә курорттары бөгөн буш, тип әйтерлек. Ни өсөн буш? Сөнки Рәсәйҙән килеүсе һәм йыл һайын ял итеүсе иң кәмендә 5-6 миллион турист үҙ мөмкинлеген файҙалана алмай.
Белмәйем, Владимир Путин менән Эрдоған нимә хаҡында һөйләшкәндәрҙер. Әлбиттә, Сүриәнең президенты Бәшәр Асад, Ливиялағы маршалдар уларҙы борсоғандыр. Һүҙ араһында Эрдоған Көнсығышса, бик баҫым яһамай ғына, диңгеҙ буйындағы зиннәтле курорттар, буш бүлмәләр һәм диңгеҙ буйы, эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр, бөлгөнлөккә дусар ителгән сауҙа нөктәләре мәнфәғәтен яҡлап, бер нисә һүҙ ҡыҫтырғандыр. Ә инде Эрдоған мәнфәғәттәрен яҡлаған мәғлүмәт саралары был һүҙҙәрҙе ҡабартып күрһәтәсәк, Эрдоғандың тырышлығына дан йырлаясаҡ.
Фото: http://kremlin.ru/
Читайте нас: