+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 12:50

РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРҘЕ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәргә көсәйтелгән әҙерлек тәртибе хаҡындағы Указына үҙгәрештәр индерҙе. Төҙәтмәләргә ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм 65 йәштән өлкәндәргә урамда йөрөү ваҡыты үҙгәртелә.

15 июндән өҫтәлмә белем биреүсе уҡыу ойошмалары, шулай уҡ автомәктәптәр үҙенең эшмәкәрлеген башлай ала.
Үҙгәрештәрҙең төп өлөшө үҫеп килеүсе быуындың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Ихтыяжға ярашлы, 22 июндән балалар шифаханалары, профилакторийҙар, балаларҙы даулау менән шөғөлләнгән һауыҡтырыу лагерҙары үҙенең эшмәкәрлеген башлай.
Шулай ҙа төп сикләүҙәр, шул иҫәптән, битлек, бирсәткә кейеү, халыҡ күп йыйыла торған урындарҙа социаль дистанция һаҡлау һымаҡ талаптар үҙ көсөндә ҡала.
Читайте нас: