+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 12:40

ЗИННУР НУРҒӘЛИН МЕНӘН БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ.

Билдәле ғалим, башҡорт телебеҙҙе яҡлауға ғүмерен бағышлаусыларҙың береһе Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Зиннур Әхмәҙиә улы кешеләргә яҡты, йылы, ихлас мөнәсәбәте менән айырылып торҙо. Уның хеҙмәт юлында яҙған эштәре, ҡылған батырлыҡтары байтаҡ.Ағай менән хушлашҡанда Зиннур Әхмәҙиә улының бер егетлеген иҫкә төшөрөү урынлы булыр, башҡаларға һабаҡ өсөн.

Билдәле ғалим, башҡорт телебеҙҙе яҡлауға ғүмерен бағышлаусыларҙың береһе Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Зиннур Әхмәҙиә улы кешеләргә яҡты, йылы, ихлас мөнәсәбәте менән айырылып торҙо. Уның хеҙмәт юлында яҙған эштәре, ҡылған батырлыҡтары байтаҡ.
Ағай менән хушлашҡанда Зиннур Әхмәҙиә улының бер егетлеген иҫкә төшөрөү урынлы булыр, башҡаларға һабаҡ өсөн. 60-сы йылдар башында Мәскәүҙән, Әҙәбиәт институтын тамамлап, Рәми Ғарипов ҡайта. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлаған, инде танылып барған, ижады менән өмөтләндергән йәш әҙипте “Совет Башҡортостаны” гәзитенә корректор итеп ҡабул итәләр. Рәми Ғарипов, һәр ваҡыттағыса, түҙә, ҡәләмдәштәр бот сабып аптырай, тик баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Зиннур Нурғәлин генә был ғәҙелһеҙлеккә түҙеп ҡарай алмай. Баш мөхәррирҙең ҡайҙалыр командировкаға китеү мөмкинлегенән файҙаланып, Рәми Ғариповты әҙәбиәт бүлегенә хеҙмәткәр итеп күсерә. Шул ваҡиғанан һуң баш мөхәррир киҫәтеү ала, ә уның урынбаҫары оҙаҡ йылдарға ышанысһыҙҙар исемлегенә эләгә. Тик ошо бер егетлеге өсөн генә лә Зиннур Әхмәҙиә улының исеме әҙәбиәтебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйырлыҡ.
Редакция мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: