Рәсәй көнө – бөтә ил буйынса 12 июнь билдәләнгән рәсми байрам. Был көндә, ғәҙәттә, халыҡ уйындары, тамашалар, төнөн салюттар ойошторола, ял көнө һанала, Рәсәй Президенты Владимир Путин лайыҡлыларға төрлө дәүләт наградалары тапшыра.
Байрам сәйәси һәм дини ҡараштар төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә йәшәүсе кешеләрҙең уртаҡ байрамы һанала. 1990 йылда Рәсәй суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүгә арналған Рәсәй Көнө 2002 йылда, яңы Хеҙмәт кодексы ҡабул ителгәс, рәсмиләштерелә.