-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 13:11

КЕМДӘР ХӘҮЕФҺЕҘЛЕКТЕ АЛДАН ХӘСТӘРЛӘЙ?

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөнә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалып килә. Эксперттар билдәләүенсә, йоғошло сир йоғонтоһо һәм, шул айҡанлы, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү 1 июлдә үтәсәк тауыш биреүҙә хәл иткес әһәмиәткә эйә буласаҡ. Шуға күрә, Рәсәй закондары тауыш биреүҙең төрлө мөмкинлектәрен файҙаланырға рөхсәт итә.

Үҙәк һайлау комиссияһы 500 меңгә яҡын һайлаусының электрон ысул менән тауыш бирергә йыйыныуы хаҡында хәбәр итте. Хәҙерге заманса коммуникация саралары тауыш биреүҙең электрон, почта аша һәм интернет аша тауыш биреү мөмкинлеген рөхсәт итә. Шуға күрә территориаль участка һайлау комиссияларында бөгөндән үк эш етерлек. 1 июль яҡынайған һайын, алдан тауыш бирергә теләүселәрҙең йәки үҙенең гражданлыҡ ихтыярын электрон форматта тормошҡа ашырырға теләүселәрҙең күбәйеүе көтөлә.
Читайте нас: