+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 11:18

ВЛАДИМИР ПУТИН: “РӘСӘЙ ЙОҒОШЛО СИРҘӘН ЫШАНЫСЛЫ ҺӘМ ИҢ АҘ ЮҒАЛТЫУҘАР МЕНӘН СЫҒА”.

Рәсәйҙә бер тәүлектә 8835 сир йоҡтороу осрағы теркәлгән. Ауырыу һөҙөмтәһендә 7 меңгә яҡын кеше вафат булған. Рәсәй Президенты илдең сир менән ышаныслы һәм иң аҙ юғалыуҙар менән көрәшеүе хаҡында белдерҙе.Ә хәҙер һандарға мөрәжәғәт итәйек. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда, хәлдәр беҙҙә һис тә насар түгел. Үткән тәүлектә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә 53 кеше үлгән һәм ҡорбандар һаны 3334-кә еткән.Мәскәү хакимиәтенән белдереүҙәренсә, июль айында баш ҡалала кино һәм театрҙарға йөрөргә, футбол ҡарарға мөмкин буласаҡ.

ВЛАДИМИР ПУТИН: “РӘСӘЙ ЙОҒОШЛО СИРҘӘН ЫШАНЫСЛЫ ҺӘМ ИҢ АҘ ЮҒАЛТЫУҘАР МЕНӘН СЫҒА”.
Рәсәйҙә бер тәүлектә 8835 сир йоҡтороу осрағы теркәлгән. Ауырыу һөҙөмтәһендә 7 меңгә яҡын кеше вафат булған. Рәсәй Президенты илдең сир менән ышаныслы һәм иң аҙ юғалыуҙар менән көрәшеүе хаҡында белдерҙе.
Ә хәҙер һандарға мөрәжәғәт итәйек. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда, хәлдәр беҙҙә һис тә насар түгел. Үткән тәүлектә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә 53 кеше үлгән һәм ҡорбандар һаны 3334-кә еткән.
Мәскәү хакимиәтенән белдереүҙәренсә, июль айында баш ҡалала кино һәм театрҙарға йөрөргә, футбол ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Үткән тәүлектә Мәскәүҙә дауаханаларҙан һауығып 839 кеше сыҡҡан.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, илдә карантин тәртибенең йомшарыуын күптәр дөрөҫ аңламаған. Кешеләр шунда уҡ ҙур төркөмдәр менән байрам итергә тотонған һәм һаҡланыу саралары хаҡында онотҡан. Мәҫәлән, Рәсәй көнөндә ҡайһы бер ҡалаларҙа кешеләр, һаҡлыҡ сараларын инҡар итеп, күмәк байрамдар ойошторған.
Рәсәй Президенты илдә йоғошло сиргә ҡаршы көрәште ыңғай баһалай: “Ҡайһы бер етешһеҙлектәргә, кәмселектәргә, юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, беҙ ышаныслы эшләйбеҙ һәм хәҙерге хәлдән ныҡлы аҙымдар һәм иң әҙ юғалтыуҙар менән сыға алабыҙ”, – тине “Россия-1” телеканалында.
Донъяла хәлдәр нисек? АҠШ-та бөгөнгө көндә 2,1 миллион сирле теркәлгән. Унан ҡала – Бразилия (867 мең сирле), Рәсәй (528 мең сирле). АҠШ-та көн һайын 25 мең сирле теркәлә. Бында дауалау, урамдағы тәртипһеҙлектәр, полиция менән фетнәселәрҙең алышы ҡатмарлаштыра. Әгәр былай барһа, АҠШ коронавирустан бер йылдан һуң ғына ҡотоласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, ғалимдар коронавирустан һауығып сыҡҡандарҙың диабет менән сирләй башлауҙарын фаразлай.
Бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы билдәләүенсә, йоғошло сирҙең икенсе тулҡынына бөгөндән әҙерләнеү зарур. Унан ҡотолоуҙың бер нисә юлы бар. Һаҡланыу сараларын даими үтәргә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға һәм һәр кешегә иммунитетын күтәрергә.
Читайте нас: