ВЛАДИМИР ПУТИН: “СОВЕТТАР СОЮЗЫ МЕНӘН ФАШИСТИК ГЕРМАНИЯНЫ БЕР КИМӘЛГӘ ҠУЙЫУ УЛ – ОЯТҺЫҘЛЫҠТЫҢ СИГЕ”.
Европа илдәре халыҡтарының тарихты онотоуы йәки белмәүе Рәсәй Президентын Икенсе Бөтә донъя һуғышы менән бәйле, мәҡәлә яҙырға мәжбүр иткән.
Ә мәҡәләнең барлыҡҡа килеүенең тарихы былай: былтыр декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты билдәләүенсә, Европарламент депутаттары тарафынан ҡабул ителгән резолюция хәҙерге Рәсәй властарын совет тоталитар режимының енәйәттәрен аҡларға тырышыуҙа ғәйепләй. Был резолюцияға яуап итеп, Путин: “Тоталитаризмды ғәйепләү кәрәк, ләкин Советтар Союзы менән фашистик Германияны бер кимәлгә ҡуйыу – оятһыҙлыҡтың сиге”, – тип белдерҙе.
“Беләһегеҙме, мин был хаҡта мәҡәлә яҙырға теләйем, – тине Президент матбуғат конференйцияһында, – Европа халыҡтары тарихты белмәй. Ҡайһы бер документтар менән танышһаҡ, шул асыҡлана: унда йылдар, айҙар, хатта көндәргә ҡарап, нисек Гитлерҙы ҡәнәғәтләндереү тойғоһо тормошҡа ашырылған”.
Матбуғат сәркәтибе мәҡәләнең ошо көндәрҙә донъя күрәсәген билдәләне.